Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 18:18 - Изге Яҙма

18 Авшалом тере сағында уҡ: «Был донъяла исемемде йәшәтерлек улым юҡ», – тип Батша үҙәнендә үҙенә һәйкәл ҡуйҙырып, уны үҙ исеме менән атаған була. Ул һәйкәл ошо көнгә тиклем «Авшалом һәйкәле» тип йөрөтөлә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 18:18
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунан былай тинеләр: – Ер йөҙө буйлап таралышып бөтмәйек һәм исемебеҙҙе данға күмәйек тиһәк, үҙебеҙгә күккә ашып торған манаралы ҡала төҙөйөк.


Шуға күрә был ҡала Бабил тип атала – Раббы унда ерҙәге барса кешеләрҙең телдәрен бутаны һәм ошо урындан уларҙы бөтә ер йөҙөнә сәсте.


Ибрам Кедорлағомерҙы һәм уның яҡлы батшаларҙы ҡыйратып ҡайтып килгәндә, хәҙер Батшалар үҙәне тип йөрөтөлгән Шаүе үҙәнендә уға Содом батшаһы ҡаршы сыҡты.


Авшаломдың өс улы һәм Тамар исемле бик сибәр бер ҡыҙы бар ине.


Тауҙарҙағы бар ҡоштарҙы танып беләм, Ҡырҙағы йән эйәләре – Минең ҡарамаҡта.


Кем һин, һинең бында ни эшең бар? Ни хаҡың бар – бында, Юғарыла, үҙеңә ҡәбер, Ҡаяла төрбә уяһың?


Раббы былай ти: «Был әҙәмде балаһыҙҙар исемлегенә яҙығыҙ, Ғүмерен бушҡа уҙғарған кеше тип теркәп ҡуйығыҙ. Уның тоҡомонан бер кем дә уңыш ҡаҙана алмаҫ, Нәҫеленән Дауыт тәхетендә ултырыусы булмаҫ, Йәһүҙәлә батшалыҡ итмәҫ».


Навуходоносорға әйтелгәндәр шунда уҡ бойомға ашты. Уны кешеләр араһынан ҡыуҙылар, мал ише, үлән ашаны, тәне күк ысығында йыуылды. Сәстәре – бөркөт ҡанатылай, тырнаҡтары ҡоштоҡо һымаҡ оҙон булып үҫте.


Новах та Ҡынаҫ менән уға буйһонған ауылдарҙы алды, Ҡынаҫты үҙенең исеме менән Новах тип атаны.


Икенсе көндө иртүк тороп, Шемуил Шаулды күрергә китте. Әммә уға Шаулдың үҙенә һәйкәл ҡуйыр өсөн Кармәлгә барғаны, унан боролоп ҡайтҡандан һуң Гилгалға төшкәне хаҡында әйттеләр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ