16 Йоав, борғо ҡысҡыртып, исраилдарҙы эҙәрләгән һуғышсыларҙы туҡтатты.
Шунан Йоавтың ун ҡорал йөрөтөүсеһе Авшаломды уратып алып үлтереп ҡуйҙы.
Йоав борғо ҡысҡыртты, барыһы ла туҡтап ҡалды, исраилдарҙы башҡаса баҫтырманылар, һуғыш тамам булды.
Шунан ҡатын, ҡала халҡына мөрәжәғәт итеп, үҙенең аҡыллы кәңәшен бирҙе. Бихри улы Шевағтың башын киҫеп, Йоавҡа ырғыттылар. Шунан һуң Йоав мөгөҙ ҡысҡыртты ла һуғышсылар ҡаланы ташлап, өйҙәренә таралышты. Йоав иһә Йәрүсәлимгә батша янына ҡайтты.
Әгәр борғо асыҡ тауыш сығармаһа, яуға кем әҙерләнер?
Авимәләхтең үлгәнен күреп, исраилдар өйҙәренә таралышты.