12 – Һин хатта минең ҡулыма мең шекел һалһаң да батша улына ҡул күтәрмәҫ инем. Сөнки батшаның һиңә лә, Авишайға ла, Иттайға ла: «Минең хаҡыма Авшаломды һаҡлағыҙ», – тип бойорғанын беҙ ҙә ишеттек.
– Күргәс, ниңә уны үлтермәнең? Мин һиңә ун шекел көмөш менән билбау бирер инем, – тине Йоав был хәбәрҙе килтергән кешегә.
Батша Йоавҡа, Авишайға һәм Иттайға: – Минең хаҡыма ул егет – Авшалом менән йомшағыраҡ ҡыланығыҙ! – тип бойорҙо. Батшаның Авшалом тураһында ғәскәр башлыҡтарына биргән был бойороғон бөтә кешеләр ҙә ишетте.
Йоавҡа: «Батша Авшалом өсөн ҡайғырып йәш түгә», – тип хәбәр иттеләр.