9 Хәҙер ул, моғайын, берәй мәмерйәлә йә башҡа ерҙә йәшенеп яталыр. Әгәр беренсе бәрелештә үк һинең кешеләрең араһында юғалтыу булһа, быны ишетеп халыҡ: «Авшалом яҡлылар еңелгән икән», – тиәсәк.
Ул ваҡытта инде арыҫлан йөрәкле кеше лә ҡаушап төшөр, сөнки атайыңдың да, уның янындағыларҙың да ниндәй ғәйрәтле икәне бөтә Исраилға мәғлүм.
Шунан һүҙен дауам итте: – Һин үҙеңдең атайыңды ла, уның янындағы кешеләрҙе лә беләһең. Улар ысын яугирҙәр – ҡыйыуҙар, өҫтәүенә, әле улар, балаһынан айырылған инә айыу кеүек асыулылар. Атайың бит – тәжрибәле яугир, ул төндө үҙенең кешеләре янында үткәрмәҫ.
Исмәғил үҙе үлтергән бөтә кешеләрҙең мәйеттәрен ташлаған һыу соҡоро бик ҙур булып, заманында уны Аса батша Исраил батшаһы Бағшанан һаҡланып ҡаҙҙырған була. Шул соҡорҙо Неҫанъяһ улы Исмәғил үлектәр менән тултырҙы.
Ғай халҡы исраилдарҙы ҡала ҡапҡаһынан алып таш сығара торған урынға тиклем баҫтырып килде һәм утыҙ алты кешене үлтерҙе. Бынан һуң исраилдарҙың йөрәктәре алынды, улар ҡурҡыуға ҡалды.
Улар, әүәлге һымаҡ, беҙ уларҙан ҡурҡып ҡасабыҙ, тип уйлап, артыбыҙҙан ҡыуа төшөр, ә беҙ уларҙы ҡаланан алыҫҡараҡ алып китербеҙ. Беҙ ҡасырбыҙ,
Дауыт, бынан китеп, Ғадуллам мәмерйәһендә йәшенде. Был хаҡта ишеткән ағалары, атаһы йортондағылар уның янына килде.
Барығыҙ, тағы бер мәртәбә тикшереп сығығыҙ. Дауыт ҡайһы ерҙә йәшенеп йөрөй, уны кемдәр күргән – яҡшылап һораштырығыҙ. Әйтеүҙәренсә, ул ғәйәт хәйләкәр икән.
Шаул бөтә Исраилдан өс мең һайланма яугир йыйып алып, тау кәзәләре генә йәшәй торған ҡаялар араһынан Дауыт менән уның кешеләрен эҙләргә сыҡты.