5 Тик Авшалом: – Арки Хушайҙы саҡырығыҙ әле, уның ни әйтерен тыңлап ҡарайыҡ, – тине.
Бер мәл Дауытҡа: – Ахиҫофел да Авшалом янында булған фетнәселәр араһында, – тип хәбәр иттеләр. – Эй Раббым, – тине шунда Дауыт, – Ахиҫофелдың кәңәштәрен бушҡа сығар!
Был кәңәште Авшалом да, Исраил аҡһаҡалдары ла хуп күрҙе.
Хушай Авшалом янына килде. Авшалом уға мөрәжәғәт итеп: – Бына нимә ти бит әле Ахиҫофел, уны тыңларғамы-юҡмы? Юҡ икән – һин ниндәй кәңәш бирерһең? – тип һораны.
Батша уларҙан: – «Атайың яурындарыбыҙға һалған ауыр йөктө еңеләйт», – тигән был халыҡҡа нисек яуап ҡайтарайым? Һеҙ ниндәй кәңәш бирерһегеҙ? – тип һораны.