Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 17:23 - Изге Яҙма

23 Ахиҫофел иһә, кәңәшен тотмағандарын күреп, ишәген эйәрләне лә юлға сыҡты һәм тыуған ҡалаһына, өйөнә ҡайтып китте. Ғаиләһенә васыятын әйткәндән һуң, аҫылынып үлде. Уны атаһының төрбәһенә ҡуйҙылар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 17:23
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡорбан килтереү йолаһын атҡарыу өсөн Авшалом, кеше ебәреп, Дауыттың кәңәшсеһен, Гило ҡалаһы кешеһе Ахиҫофелды, алдыртты. Шулай итеп, Авшалом ойошторған фетнә киңәйә-көсәйә барып, уның эргәһенә яңынан-яңы кешеләр ағылды.


Бер мәл Дауытҡа: – Ахиҫофел да Авшалом янында булған фетнәселәр араһында, – тип хәбәр иттеләр. – Эй Раббым, – тине шунда Дауыт, – Ахиҫофелдың кәңәштәрен бушҡа сығар!


Ул заманда Ахиҫофелдың кәңәштәре Алла күндергән өгөт-нәсихәт һымаҡ һаналды. Ахиҫофелдың һәр кәңәше Дауыт өсөн дә, Авшалом өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә ине.


Дауыт бөтә кешеләре менән Иорданды кисеп, йылға аръяғына сыҡты, таңға табан ярҙың бирге яғында бер кем дә ҡалманы.


Зимри иһә ҡаланың ҡулдан киткәнен күреп, батша һарайының эске ҡәлғәһенә инде һәм һарайға ут төрттө лә үҙе шунда янып үлде.


Шул көндәрҙә Хизкияһ үлемесле ауырыуға тарыны. Амус улы Ишағыяһ пәйғәмбәр уға килеп әйтте: – Раббы былай ти: «Йортоңа васыятыңды еткер, сөнки ауырыуыңдан һауыға алмаҫһың, үлерһең».


Һәләкәт залимдар өсөн, Бәлә хаҡһыҙлыҡ ҡылғандар өсөн түгелме ни?


Уларҙың ауыҙҙарында дөрөҫлөк юҡ; Эстәре тулы емергес уйҙар. Боғаҙҙары – асыҡ ҡәбер, Телдәрендә – ялағайлыҡ.


Тәкәбберлек артынан һәләкәт килә, маһайыуҙың һуңы иһә – хурлыҡ.


Ахмаҡлыҡ кешене юлдан яҙҙыра, ғәйепте ул асыуланып Раббыға япһара.


Шул көндәрҙә Хизкияһ үлемесле ауырыуға тарыны. Амус улы Ишағыяһ пәйғәмбәр уға килеп: – Раббы былай ти: «Йортоңа васыятыңды еткер, сөнки ауырыуыңдан һауыға алмаҫһың, үлерһең», – тине.


Ул тәңкәләрҙе Алла йортонда атып бәрҙе лә сығып китеп аҫылынды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ