2 Хәҙер ул арыған, хәлдән тайған, уға һөжүм итеп ҡурҡытһам, янындағылар барыһы ла ҡасып китәсәк. Мин тик батшаны ғына үлтерермен.
Батша һәм уның менән булған бөтә кешеләре Иордан буйына килеп етте. Улар бик арығайны, шунда ял итергә туҡтанылар.
Ахиҫофел Авшаломға былай тине: – Ун ике мең кеше йыйып алайым да ошо төндә Дауытты ҡыуа китәйем.
Арам батшаһы яу арбаларының утыҙ ике башлығына: – Башлыҡмы ул, ябай яугирме – алышып тормағыҙ, бары Исраил батшаһы менән генә һуғышығыҙ! – тип бойорғайны.
Уларҙың ғәйебен ғәфү итмә, гонаһтарын иҫеңдән сығарма – төҙөүселәрҙе ҡайһылай мәсхәрә итте улар!
«Эй ҡылыс, уян! Миңә яҡын булғанға, Миңә хеҙмәт иткән көтөүсегә ҡаршы күтәрел! – Шулай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Көтөүсене һәләк ит, һарыҡтар таралһын! Шунда Мин ҡулымды бәрәстәргә ҡаршы күтәрермен.
Әммә йөҙөм үҫтереүселәр, уның улын күргәс, бер-береһенә: «Был – вариҫ бит. Әйҙәгеҙ, уны үлтерәйек тә, уға ҡала торған мираҫ беҙҙеке булыр», – тиешкәндәр.
Юл ыңғайы Ғайса уларға: – Ошо төндә һеҙ бөтәгеҙ ҙә Мине ташлаясаҡһығыҙ. Изге Яҙмала: «Көтөүсене һәләк итермен, шунда көтөүҙәге һарыҡтар таралышып бөтөр», – тип яҙылған.
Бөтә халыҡ һәләк булыуға ҡарағанда, халыҡ өсөн бер кешенең үлеүе һеҙҙең өсөн хәйерлерәк бит. Шуны аңламайһығыҙмы ни? – тине.
Һеҙ арып-талсығып килгән саҡта, юлда һеҙгә һөжүм иттеләр ҙә артта ҡалған бөтә хәлһеҙҙәрҙе ҡырҙылар, Алланан ҡурҡманылар.