17 Йонаҫан менән Ахимағас Рогел инеше янында көтөп ҡалды. Уларға ҡалала күренергә ярамағанлыҡтан, Дауытҡа әйтә торған бөтә һүҙҙе хеҙмәтсе ҡатын барып һөйләне.
Батша Садоҡ ҡаһинға тағы ла былай тине: – Һин бит аңлай торған кеше, ҡалаға иҫән-имен ҡайт, улың Ахимағасты һәм Әвйәҫәр улы Йонаҫанды үҙең менән ал. Икегеҙ ҙә улдарығыҙ менән ҡайтығыҙ.
Унда һинең эргәңдә Садоҡ менән Әвйәҫәр ҡаһиндар булыр. Батша һарайында ишеткән һәр нәмәне ҡаһиндарға еткереп тор.
Садоҡ улы Ахимағас менән Әвйәҫәр улы Йонаҫан да шунда. Нимә ишетәһегеҙ, шуны улар аша миңә хәбәр итегеҙ, – тине.
Ул һүҙен тамамларға ла өлгөрмәне, Әвйәҫәр ҡаһиндың улы Йонаҫан килеп етте. – Кил әле, һинең кеүек ир аҫылы яҡшы хәбәр килтерер ул, – тине Адонияһ.
Адонияһ Рогел инеше янындағы Зохәләҫ ташына килеп ваҡ мал, үгеҙ һәм һимертелгән башмаҡтар салды ла бөтә ағай-энеләрен, йәғни батша улдарын, батшаға хеҙмәт иткән барлыҡ Йәһүҙә кешеләрен саҡырҙы.
Артабан Ғахор үҙәненән Девирға менә лә, төньяҡҡа, уянан көньяҡҡа үтеүсе Адуммим артылышы ҡаршыһындағы Гилгалға табан борола, шунан Шәмәш инешенә табан килеп, Рогел инешенә барып етә.
Һуңынан Бен-Һинном үҙәне менән йәнәш, Рефалар үҙәненән төньяҡтараҡ ятҡан тау итәгенә табан төшә лә, йевусиҙәр биләмәһенең көньяҡ битләүенән Һинном үҙәне буйлап аҫҡа китә һәм Рогел инешенә табан һөҙәкләй.