13 Әгәр инде ул берәй ҡалаға инеп йәшенә ҡалһа, ул сағында бөтә Исраил арҡан алып шул ҡалаға килер. Шунда барыбыҙ бергәләп ҡаланы ауҙарырбыҙ, бер бөртөк ташын да ҡалдырмай үҙәнгә һөйрәп төшөрөрбөҙ.
Авшаломға ҡушылып барыһы ла бер ауыҙҙан: – Арки кешеһе Хушайҙың кәңәше Ахиҫофелдыҡынан яҡшыраҡ, – тип хәл итте. Сөнки Раббы Авшаломдың башына һәләкәт килтерер өсөн Ахиҫофелдың яҡшы кәңәшен ҡабул иттермәне.
«Шуға күрә Мин Самарияны харабаға – Йөҙөм ағастары үҫтерә торған урынға әйләндерәм. Ҡала таштарын үҙәнгә быраҡтырам, Нигеҙенә тиклем емерәм, – ти Раббы. –
Ғайса: – Быларҙың һәммәһен дә күрәһегеҙме? – тип һораны. – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар барыһы ла ҡыйраласаҡ! Бында таш өҫтөндә таш ҡалмаясаҡ.