11 Шуға күрә кәңәшем ошо: Дандан алып Беер-Шәвәғкә тиклем һуҙылған бөтә Исраил һинең тарафыңда тупланһын. Халыҡ диңгеҙ буйындағы ҡом һымаҡ күп бит! Һин уларҙы алышҡа үҙең алып барырһың.
Тоҡомоңдо ерҙәге ҡом һымаҡ иҫәпһеҙ-һанһыҙ итәсәкмен. Әгәр берәйһе ерҙәге ҡом бөртөктәрен һанай алһа, һинең нәҫелеңдең хисабын белер.
Иртәгәһен Ибраһим таң менән торҙо, икмәк, бер турһыҡ һыу әҙерләп, Хәжәрҙең яурынына артмаҡлатты ла балаһы менән сығарып ебәрҙе. Хәжәр, бара торғас, Беер-Шәвәғ сүлендә аҙашты.
Һиңә мул-мул фатихамды бирәм! Күктәге йондоҙҙар ҡанса булһа, Күпме булһа диңгеҙ ярында ҡом, Бирәм һиңә шул ҡәҙәрле нәҫел-тоҡом. Балаларыңдың алдында Дошман ҡапҡалары ҡолар!
Хәҙер һин, ҡалған ғәскәрҙе йыйып алып килеп, ҡаланы ҡама ла, ҡулға төшөр. Юғиһә, мин алһам, ул минең исемем менән аталырға тейеш була», – тип хәбәр итте.
Батша үҙенең ғәскәр башлығы Йоавҡа: – Исраилдың барлыҡ ырыуҙарын – Дандан алып Беер-Шәвәғкә тиклем йөрөп, халыҡтың иҫәбен алығыҙ, мин ҡайҙа күпме кеше барлығын беләйем, – тип бойорҙо.
Бынан һуң Бен-Һадад уға: – Самариянан ҡалған саң-туҙан яугирҙәремә ҡуш услап алырға етһә, мине аллаларҙың ҡаты ҡәһәре һуҡһын, – тигән хәбәр ебәрҙе.
Йәһүҙә менән Исраил халҡы диңгеҙ ярындағы ҡом кеүек күп ине. Улар ашаны, эсте, күңел асты һәм бик бәхетле йәшәне.
Ҡәүемдәр үҙҙәре ҡаҙған соҡорға ҡоланы, Ҡорған ауҙары аяҡтарын сорнаны.
Бөтә был батшалар, диңгеҙ ҡомо һымаҡ күп һанлы яугирҙәре, бихисап аттары һәм яу арбалары – олоғара ғәскәре менән яуға күтәрелде.
Бөтә Исраил халҡы, Дандан алып Беер-Шәвәғкә тиклем һуҙылған ерҙәрҙә, Ғилғәд төбәгендә йәшәгән Исраил халҡы, бөтә йәмғиәт – барыһы бер булып Миспаға Раббы хозурына йыйылды.
Пелештиҙәр Исраилға ҡаршы яуға йыйынды. Улар утыҙ мең яу арбаһы, алты мең һыбайлыһы, диңгеҙ ярындағы ҡом шикелле күмәк яугирҙәре менән килеп, Михмас эргәһенә Бейт-Ауендың көнсығышында туплам ҡорҙолар.
Дандан алып Беер-Шәвәғкә тиклем бөтә Исраил Шемуилдың Раббының ысын пәйғәмбәре икәнлеген белде.