9 – Был эт үләкһәһе ниңә хакимым батшаға һүҙ тейҙерә әле? – тине Серуяһ улы Авишай батшаға. – Барып башын ҡырҡып ташларға рөхсәт ит.
Әммә Серуяһ улы Авишай: – Раббы мәсехләгән кешене мыҫҡыллаған Шимғи үлергә тейеш түгелме ни? – тип ҡаршы төштө.
– Һеҙгә минән ни кәрәк, Серуяһ улдары? Ниңә миңә хөсөтлөк ҡылаһығыҙ? Бөгөн, үҙемдең Исраил батшаһы булғанымды белгән көндө, Исраилда кемдең дә булһа йәне ҡыйылырға тейешме ни? – тине Дауыт.
Шулай итеп, Йоав менән уның ҡустыһы Авишай Авнерҙы Ғивғондағы алышта ҡустылары Ғасаһилдың йәнен ҡыйған өсөн үлтерҙе.
Авнер Иш-Бошеҫтың был һүҙҙәренә асыуы ҡабарып: – Әллә мин Йәһүҙәгә хеҙмәт иткән этме? Атаң Шаулдың нәҫел-нәсәбен, уның ағай-энеһен, дуҫтарын яҡланым, һине Дауыт ҡулына бирмәнем. Ә һин мине бер ҡатын арҡаһында ғәйепләмәк булаһыңмы?
Мефи-Бошеҫ тағы бер тапҡыр баш эйҙе лә: – Кем инде мин ҡолоң? Минең кеүек эт үләкһәһенә тиң затҡа ниңә илтифат иттең? – тине.
Аллаға һүҙ тейҙермә, халҡыңдың башлығын хурлама.
Был хәлде күреп, шәкерттәре Яҡуп менән Яхъя: – Хакимыбыҙ! Күктән ут төшөп, уларҙы юҡҡа сығарһын, тип бойороуыбыҙҙы теләйһеңме? – тинеләр.
– Мин, туғандар, уның иң баш ҡаһин икәнен белмәнем, – тине Паулус. – Изге Яҙмала: «Халҡыңдың башлығы тураһында насар һөйләмә», – тип яҙылған бит.
барыһын да ихтирам итегеҙ, имандаштарҙы яратығыҙ, хөрмәт итеп, Алланан ҡурҡығыҙ, батшаны ололағыҙ.
Боронғо мәҡәл әйтмешләй: «Яманлыҡ ямандарҙан сыға». Ә мин һиңә ҡул күтәрмәйем.