3 – Хакимыңдың улы ҡайҙа? – тип һораны батша. – Мефи-Бошеҫ Йәрүсәлимдә ҡалды, – тине Сива. – Исраил халҡы атамдың батшалығын миңә ҡайтарып бирер, тип өмөтләнә.
– Быға тиклем Мефи-Бошеҫтыҡы булып һаналған бөтә нәмә һинеке булыр, – тине батша Сиваға. – Аяҡ аҫтыңдағы тупраҡ булайым, хакимым батша. Мин һәр ваҡыт шулай һинең рәхмәтеңә лайыҡ булһам ине, – тип яуап ҡайтарҙы Сива.
Йөрәгем һулыны ҡороған үлән һымаҡ, Тамағымдан үтмәй ҡапҡан ризыҡ.
Илдәге изгеләргә килгәндә: улар затлы, Бар күңелдән уларға тартылам.
Сөнки уларҙың көсө менән күрке Һин, Һинең мәрхәмәтең менән ҡеүәтебеҙ арта.
Яҡыныңа ҡаршы ялған шаһитлыҡ ҡылма.
Кеше байлығына ҡыҙығыусының ахыры бер: ҡомһоҙлоғо үҙ башына етә.
Ялған шаһит һәләк булыр, үҙе ишеткәнде һөйләүсенең һүҙе дөрөҫкә сығыр.
Дуҫыңа ышанма, Яҡыныңа таянма, Ҡуйыныңда ятҡанға ла Эс сереңде аслан асма.
Ҡайғы уларға, сөнки улар Ҡабил юлынан китте. Билғамдың аҡса хаҡына яңылыш юлын улар ҙа ҡабатланы, Ҡорах кеүек үк фетнә сығарып һәләк булды.