22 Һарай түбәһендә Авшалом өсөн сатыр ҡорҙолар ҙа ул, бөтә Исраилдың күҙ алдында, атаһының йәриәләре янына инде.
Ошо туҡталыш ваҡытында Рәүвән атаһының йәриәһе Билһа менән йоҡланы. Атаһы был турала ишетеп белде. Яҡуптың ун ике улы бар ине.
Бер кисте Дауыт, түшәгенән тороп, һарайының башына йөрөргә сыҡты һәм унан һыу ҡойонған бер ҡатынды күреп ҡалды. Ул ҡатын ғәжәп сибәр ине.
Батша, һарайҙағы бөтә кешене эйәртеп, юлға сыҡты. Һарайға күҙ-ҡолаҡ булып торһондар өсөн үҙенең ун йәриәһен генә ҡалдырҙы.
Дауыт Йәрүсәлимдәге өйөнә ҡайтты. Батша, өй ҡарарға тип ҡалдырған ун йәриәһен айырым өйгә сығарып, һаҡсылар ҡуйҙы. Дауыт уларҙы ашатып-эсерҙе, тик үҙе бер ваҡытта ла яндарына барманы. Улар, тол ҡатындар һымаҡ, үлгәнсе шунда йәшәнеләр.
Ҡиәфәттәре үҙҙәренә ҡаршы шаһитлыҡ итә; Гонаһтарын һис тә йәшермәйҙәр, Содом халҡы кеүек асыҡтан-асыҡ һөйләйҙәр. Үҙ баштарына бәлә алалар – ҡайғы уларға!
Шул арҡала яуындар туҡталды, Хатта яҙғы ямғыр яуманы, Шунда ла фәхишә һымаҡ битһеҙһең, Оят тигәнде белмәйһең.
Әшәке ғәмәлдәре өсөн оялалармы? Ҡайҙа оялыу, ҡыҙара ла белмәйҙәр! Шуға күрә ҡолағандар араһына йығылырҙар; Улар язаланған мәлдә Һөрлөгөп барып төшөрҙәр», – ти Раббы.
Ҡала эсендә ҡан ҡойолдо; Яланғас ҡая өҫтөнә түкте ҡанды, Туҙан менән булһа ла ҡапланырлыҡ урынға ла түкмәне.
Бына Муса менән бөтә Исраил йәмғиәте Осрашыу сатыры алдында ҡайғыға батып илашҡан ваҡытта, исраилдарҙан берәү үҙенең туғандары эргәһенә мидйән ҡатынын алып ҡайтты.
Уларҙың ахыры – һәләкәт, уларҙың аллаһы – ҡорһаҡ, улар оялырға кәрәк булған урында маҡтана. Улар бары тик донъя мәшәҡәттәре тураһында ғына уйлай.