20 Авшалом Ахиҫофелдан: – Кәңәш бир, беҙгә инде нимә эшләргә? – тип һораны.
Ҡорбан килтереү йолаһын атҡарыу өсөн Авшалом, кеше ебәреп, Дауыттың кәңәшсеһен, Гило ҡалаһы кешеһе Ахиҫофелды, алдыртты. Шулай итеп, Авшалом ойошторған фетнә киңәйә-көсәйә барып, уның эргәһенә яңынан-яңы кешеләр ағылды.
Ә кемгә хеҙмәт итәсәкмен һуң мин? Дуҫымдың улына түгелме ни? Атайыңа нисек хеҙмәт иткәнмен, һиңә лә шулай хеҙмәт итермен.
– Атайың һарайға күҙ-ҡолаҡ булыр өсөн йәриәләрен ҡалдырған, – тине Ахиҫофел Авшаломға. – Һин шулар менән йоҡла. Шул саҡ һинең атайыңда үҙеңә ҡарата ниндәй нәфрәт уятҡаныңды бөтә исраилдар ишетер ҙә һинең яҡлыларҙың көсө артыр.
Донъя батшалары ҡуҙғалыша, Хакимдар берләшә Раббыға һәм Уның мәсихенә ҡаршы.
Тағы ла артмаһындар өсөн, әйҙә, берәй әмәлен табайыҡ. Юғиһә, һуғыш-фәлән сыға ҡалһа, дошмандар менән берләшеп, беҙгә ҡаршы ҡорал күтәрерҙәр, илде ташлап китерҙәр, – тине.
Раббыға ҡаршы торор аҡыл да, зирәклек тә, кәңәш тә юҡ.
Ниәттәрен Раббыға күрһәтмәҫ өсөн Тәрәнгә йәшеренгәндәрҙең башына ҡайғы! Ҡараңғылыҡта эш иткән был бәндәләр: «Беҙҙе кем күрер ҙә кем белер?» – тип әйтер.
Ниәт ҡороғоҙ, тик ул емерелер! Хәбәр һөйләгеҙ, әммә ул бойомға ашмаҫ. Сөнки Алла беҙҙең менән!
Иртән иртүк бөтә баш ҡаһиндар һәм халыҡ аҡһаҡалдары кәңәшкә йыйылып, Ғайса үлтерелергә тейеш, тигән ҡарар сығарҙы.