18 – Юҡ, мин Раббы, ғәскәр һәм Исраил халҡы һайлаған кеше яҡлымын. Мин уның менән ҡалам, – тине Хушай Авшаломға. –
Авшалом Хушайға: – Дуҫыңа тоғролоғоң ошо буламы? Ниңә үҙеңдең дуҫың менән китмәнең? – тип һораны.
Ә кемгә хеҙмәт итәсәкмен һуң мин? Дуҫымдың улына түгелме ни? Атайыңа нисек хеҙмәт иткәнмен, һиңә лә шулай хеҙмәт итермен.
Шемуил, зәйтүн майы һалынған мөгөҙөн алып, уны ағалары алдында мәсехләне. Ошо көндән башлап Дауытты Раббы рухы солғап алды. Ә Шемуил Рамаға ҡайтып китте.