Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 16:16 - Изге Яҙма

16 Арки кешеһе Хушай, Дауыттың дуҫы, Авшаломға килде лә: – Йәшәһен батша! Йәшәһен батша! – тип ҡысҡырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 16:16
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Дауыт тауҙың башына, ғәҙәттә Аллаға ғибәҙәт ҡыла торған урынға, күтәрелгәйне, ҡараһа, ҡаршыһына дуҫы арки Хушай килә: кейемен йыртҡылаған, башына тупраҡ һипкән.


Ә инде һин ҡалаға кире барып, Авшаломға: «Батша, мин һинең ҡолоң. Быға тиклем мин атайыңдың ҡоло инем, ә хәҙер – һинең ҡолоң», – тип әйтһәң, һин Ахиҫофелдың кәңәштәрен бушҡа сығарыр инең.


Дауыттың дуҫы Хушай Йәрүсәлимгә китте. Тап шул мәлдә Авшалом Йәрүсәлимгә килеп ингәйне.


Сөнки ул бөгөн ҡырға сығып бик күп үгеҙ, һимертелгән башмаҡ һәм ваҡ мал салды. Батшаның бөтә улдарын, ғәскәр башлыҡтарын, Әвйәҫәр ҡаһинды саҡырҙы. Әле барыһы ла уның янында ашап-эсеп ултыралар, «Йәшәһен Адонияһ батша!» – тип ҡысҡыралар.


Шунда Садоҡ ҡаһин менән Наҫан пәйғәмбәр уны Исраилға батша итеп мәсехләһен. Унан борғо ҡысҡыртып: «Йәшәһен Сөләймән батша!» – тип тәбрикләгеҙ.


Ғазаръяһ Наҫан улы – өлкә башлыҡтары етәксеһе; Завуд Наҫан улы – ҡаһин һәм батшаның кәңәшсеһе;


Шунан Йеһоядағ батша улын алып килде, башына таж кейҙерҙе, ҡанун китабын тотторҙо. Йоаш батша тип иғлан ителде, мәсехләнде, шунан алҡышлап: «Йәшәһен батша!» – тип ҡысҡырҙылар.


Халдей аҡыл эйәләре батшаға арами телендә: – Батшабыҙға мәңге йәшәргә яҙһын! Беҙгә, ҡолдарыңа, төшөңдө һөйлә, беҙ уны юрарбыҙ, – тине.


Батшаның әсәһе батшабикә, улы менән уның вәзир-бәктәренең нимә хаҡында һөйләшкәнен белеп ҡалғас, мәжлес барған бүлмәгә керҙе лә: – Мәңге йәшә, батша! – тине. – Һин юҡҡа ҡурҡҡанһың, йөҙөң юҡҡа ағарынған.


Шул саҡ Даниил батшаға: – Мәңге йәшә, батшам! – тине. –


Шунан был вәзирҙәр һәм идарасылар күмәкләшеп батша янына килделәр ҙә былай тип һүҙ башланылар: – Дарий батшаға мәңге йәшәргә яҙһын!


Ғайсаның алдынан барған һәм артынан эйәреп килгән халыҡ: – Дауыт Улына һосанна! Раббы исеме менән Килеүсе мөбәрәк булһын! Бейек күктәрҙә һосанна! – тип ҡысҡырҙылар.


– Раббының кемде һайлағанын күрҙегеҙме? – тине Шемуил бар халыҡҡа. – Бөтә халыҡ араһында уға тиңе юҡ. Шул саҡ һәммә халыҡ: – Йәшәһен батша! – тип ҡысҡырып ебәрҙе.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ