14 Батша һәм уның менән булған бөтә кешеләре Иордан буйына килеп етте. Улар бик арығайны, шунда ял итергә туҡтанылар.
Дауыт эргәһендәге кешеләре менән үҙ юлына китте, ә Шимғи тау бите буйлап һаман әрләшә-әрләшә уларға эйәреп барҙы, батша яғына таш ырғытты, саң борҡотто.
Авшалом үҙенә эйәргән барлыҡ исраилдар менән Йәрүсәлимгә килде, Ахиҫофел да уның менән ине.
Дауыт батша Бахуримға барып еткәс, Шаул нәҫеленән булған Гера улы Шимғи тигән бер кеше килеп сыҡты. Шимғи эйәрә килеп Дауытты һүкте,
Хәҙер ул арыған, хәлдән тайған, уға һөжүм итеп ҡурҡытһам, янындағылар барыһы ла ҡасып китәсәк. Мин тик батшаны ғына үлтерермен.
бал һәм май, һарыҡ, эремсек килтерҙе. «Халыҡ асыҡҡан-арығандыр, сүлдә йөрөп сарсағандыр», – тине улар.