13 Дауыт эргәһендәге кешеләре менән үҙ юлына китте, ә Шимғи тау бите буйлап һаман әрләшә-әрләшә уларға эйәреп барҙы, батша яғына таш ырғытты, саң борҡотто.
Бәлки, Раббы, кәмһетелеүемде күреп, бөгөнгө яман һүҙҙәр өсөн алдағы көнөмдә миңә яҡшылыҡ күндерер.
Батша һәм уның менән булған бөтә кешеләре Иордан буйына килеп етте. Улар бик арығайны, шунда ял итергә туҡтанылар.
Улар аҡыра-аҡыра кейемдәрен өҫкә күтәреп болғаны, һауала туҙан туҙҙырҙы.
Ғәскәриҙәр башлығы ике йөҙ башын саҡырып алды. Уларға: – Киске сәғәт туғыҙҙа Ҡайсареяға барырға ике йөҙ йәйәүле, етмеш һыбайлы һәм ике йөҙ уҡсы ғәскәр әҙерләгеҙ.