10 Әммә батша: – Һеҙгә минән ни кәрәк, Серуяһ улдары? Әйҙә, һөйләнә бирһен. «Дауытты һүк», – тип Раббы Үҙе ҡушҡан икән, «Ниңә улай эшләйһең?» – тип кем әйтә алыр? – тип уны тыйҙы.
Һеҙ миңә ҡаршы уйлаған золом Алланың ихтыяры менән яҡшылыҡҡа әүерелде: әле күреп тораһығыҙ, шул арҡала күпме кеше ҡотҡарылды!
– Һеҙгә минән ни кәрәк, Серуяһ улдары? Ниңә миңә хөсөтлөк ҡылаһығыҙ? Бөгөн, үҙемдең Исраил батшаһы булғанымды белгән көндө, Исраилда кемдең дә булһа йәне ҡыйылырға тейешме ни? – тине Дауыт.
Шунан Шимғигә: – Һин үлмәйһең, – тип ант итте.
Батша булып мәсехләнһәм дә, мин әлегә көсһөҙмөн, ә был бәндәләр – Серуяһ улдары – үтә аяуһыҙ. Раббы уларҙың яуызлығына күрә язаһын бирһен, – тине.
– Эй Алла бәндәһе! Нишләнең һин миңә? Ҡылған ғәйептәремде хәтергә төшөрөп, улымды үлтертергә килдеңме ни? – тине ҡатын Ильясҡа.
Тағы ла шул: Серуяһ улы Йоавтың миңә ниндәй яуызлыҡ ҡылғанын беләһең. Ул Исраил ғәскәренең ике башлығы Нер улы Авнер менән Йәҫәр улы Ғамасаны тыныслыҡ мәлендә һуғыш ваҡытындағылай үлтерҙе һәм билендәге билбауы менән аяғындағы ҡатаһын ҡанға буяны.
Әллә мин был ерҙе тар-мар итергә Раббы ихтыярынан тыш килгән тип уйлайһыңмы? Раббы Үҙе миңә: «Бар, ул илде ҡыйрат», – тине.
Тартып алһа, кем Уны туҡтатыр? Кем Уға: „Нимә эшләйһең?“ – тиер?
Эй Аллам, Һинең ихтыярыңды үтәүҙән мин зауыҡланам, Ҡануның минең күңел түремдә».
Батшаның һүҙендә көс бар. Кем уға: «Нимә эшләйһең?» – тип әйтә ала?
Әгәр бөйөк Хаким бойормаһа, Кемдең әйткәне тормошҡа ашыр?
Әммә Ғайса Петрусҡа боролоп: – Кит янымдан, Иблис! Һин Мине юлдан яҙҙырырға маташаһың, һин Алла уйлағанса түгел, әҙәмсә фекерләйһең, – тине.
– Эй Алла Улы, Һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Бында беҙҙе ваҡытынан алда яфаларға килдеңме? – тип ҡысҡырҙы улар.
Ғайса Петрусҡа: – Ҡылысыңды ҡыныңа тығып ҡуй! Атам биргән туҫтаҡтан эсмәҫ инемме ни? – тине.
Эй әҙәм балаһы, Алла менән бәхәсләшергә кем һуң һин? Көршәк үҙен яһаусыға: «Ниңә һин мине былай итеп яһаның?» – тип әйтерме?
Мыҫҡыл ителгән ваҡытта Ул мыҫҡыл менән яуап ҡайтарманы, ғазап сиккәндә янаманы, ә Үҙен ғәҙел Хөкөм итеүсегә тапшырҙы.
Хакимым батша! Зинһар, ҡолоңдо тыңлаһаңсы! Әгәр һине миңә ҡаршы Раббы ҡуҙғатҡан булһа, килтерелгән ҡорбан менән ҡәнәғәт ҡалһын. Әгәр ҙә быны әҙәм балалары эшләгән икән, улар Раббының ҡарғышын алһын, сөнки: «Кит, ят илаһтарға хеҙмәт ит», – тип мине Раббымдың биләмәһендәге өлөшөмдән ситкә тибәрәләр.