Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 15:8 - Изге Яҙма

8 Мин ҡолоң арамиҙар ерендәге Гешур ҡалаһында йәшәгәнемдә, Раббы мине Йәрүсәлимгә кире ҡайтарһа, Раббыға сәждә ҡылыр инем, тип нәҙер әйткәйнем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 15:8
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунан һуң Йоав, Гешурға барып, Авшаломды Йәрүсәлимгә алып ҡайтты.


– Мин бит һине саҡыртып кешеләр ебәргәйнем, – тине Авшалом. – Һине батшаға ебәреп: «Нишләп мин Гешурҙан ҡайттым икән? – тип һоратырға иткәйнем. – Шунда ғына ҡалһам, яҡшыраҡ булыр ине». Мин батшаны күрергә теләйем. Әгәр ҙә ғәйеплемен икән, әйҙә, мине үлтерһен.


Батша уға: – Иҫән-аман йөрө, – тине. Авшалом Хевронға юлланды.


икенсе улы Килеав – кармәлле Навалдың элекке ҡатыны Авигаилдән, өсөнсөһө Авшалом – Гешур батшаһы Талмайҙың ҡыҙы Мағаханан,


Йә Алла, асмандан да юғарыраҡ ҡалҡ, Шөһрәтең бар ер йөҙөн иңләһен!


Вәғәҙә биреп тә үтәмәгәнсе, вәғәҙә бирмәүең яҡшыраҡ.


Һеҙ былай тинегеҙ: «Беҙ үлем менән килешеү төҙөгәнбеҙ, Үлеләр донъяһы менән һүҙ ҡуйышҡанбыҙ. Дәһшәтле афәт беҙгә теймәй үтәсәк, Сөнки ялғанды үҙебеҙгә һыйыныс итеп алдыҡ, Хәйләнең артына йәшендек».


Һеҙ бик ҙур хата яһайһығыҙ: «Аллабыҙ Раббыға беҙҙең турала доға ҡыл, Уның әйткәндәрен белдер. Беҙ барыһын да Ул ҡушҡанса эшләрбеҙ», – тип мине Аллағыҙ Раббыға ебәргәйнегеҙ.


Әгәр ҙә ки һеҙҙең Раббыға хеҙмәт иткегеҙ килмәй икән, кемгә хеҙмәт итерегеҙҙе хәҙер үк ошонда хәл итегеҙ. Ата-бабаларығыҙ Евфрат йылғаһы аръяғында сәждә ҡылған илаһтарғамы, әллә әле һеҙ йәшәп ятҡан ерҙәге әмөриҙәрҙең илаһтарынамы? Әммә мин һәм минең нәҫелем Раббыға хеҙмәт итәсәкбеҙ.


Нәҙер әйтеп, былай тине: – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, мин ҡолоңдоң ҡайғыһына күҙ һалып, иҫеңә алһаң, ҡолоңдо онотмайынса бер ир бала бирһәң, уны, башына бәке лә тейҙермәйенсә, Раббыға бағышлар инем.


– Мин унда нисек барайым? – тине Шемуил. – Шаул ишетеп ҡалһа, мине үлтерәсәк бит. – Үҙең менән бер орғасы башмаҡ ал. Раббыға ҡорбан салырға килдем, тип әйтерһең, – тине Раббы. –


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ