33 Дауыт уға: – Һин минең менән барһаң, миңә ауырлығыңды ғына һалаһың, – тине. –
Ә инде һин ҡалаға кире барып, Авшаломға: «Батша, мин һинең ҡолоң. Быға тиклем мин атайыңдың ҡоло инем, ә хәҙер – һинең ҡолоң», – тип әйтһәң, һин Ахиҫофелдың кәңәштәрен бушҡа сығарыр инең.
Миңә хәҙер һикһән йәш, яҡшыны ямандан айырырлыҡ та түгелмен. Ашаған-эскәнемдең тәмен тоймағас, йырсыларҙың тауышын ишетмәгәс, мин ҡолоң хакимым батшаға йөк булып нишләп йөрөйөм инде?