27 Батша Садоҡ ҡаһинға тағы ла былай тине: – Һин бит аңлай торған кеше, ҡалаға иҫән-имен ҡайт, улың Ахимағасты һәм Әвйәҫәр улы Йонаҫанды үҙең менән ал. Икегеҙ ҙә улдарығыҙ менән ҡайтығыҙ.
Ә инде һин ҡалаға кире барып, Авшаломға: «Батша, мин һинең ҡолоң. Быға тиклем мин атайыңдың ҡоло инем, ә хәҙер – һинең ҡолоң», – тип әйтһәң, һин Ахиҫофелдың кәңәштәрен бушҡа сығарыр инең.
Садоҡ улы Ахимағас менән Әвйәҫәр улы Йонаҫан да шунда. Нимә ишетәһегеҙ, шуны улар аша миңә хәбәр итегеҙ, – тине.
Йонаҫан менән Ахимағас Рогел инеше янында көтөп ҡалды. Уларға ҡалала күренергә ярамағанлыҡтан, Дауытҡа әйтә торған бөтә һүҙҙе хеҙмәтсе ҡатын барып һөйләне.
Садоҡ улы Ахимағас Йоавҡа: – Йүгереп барып, батшаға: «Раббы һине Үҙ хөкөмө менән дошманыңдан ҡотҡарҙы», – тип хәбәр итәйем, – тине.
Дауыт иртәгәһен иртән торғас, Ғад пәйғәмбәргә, Дауыттың әүлиәһенә, Раббы һүҙе булды:
Ул һүҙен тамамларға ла өлгөрмәне, Әвйәҫәр ҡаһиндың улы Йонаҫан килеп етте. – Кил әле, һинең кеүек ир аҫылы яҡшы хәбәр килтерер ул, – тине Адонияһ.
Сөләймәндең ҡыҙы Басмаҫҡа өйләнгән Ахимағас – Нафталиҙа;
Был балалар барыһы ла Алланың батша әүлиәһе Һеманға, данлы итермен, тигән вәғәҙәһе буйынса бирелгән була. Алла Һеманға ун дүрт ул һәм өс ҡыҙ насип итә.
Ахитув – Садоҡтың, Садоҡ – Ахимағастың,
Хеҙмәтсеһе иһә: – Ҡара әле, был ҡалала бер Алла бәндәһе бар, бик абруйлы кеше. Нимә әйтһә лә, ғәмәлгә аша. Әйҙә шунда барайыҡ. Бәлки, ул беҙгә юл күрһәтер, – тине.
Борон Исраилда Алланан берәй нәмә һорарға уйлаған кеше: «Әйҙә, әүлиәгә барайыҡ», – тип әйтә торған булған, сөнки пәйғәмбәрҙе ул заманда «әүлиә» тип йөрөткәндәр.