Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 15:25 - Изге Яҙма

25 Шунда батша Садоҡҡа: – Алла һандығын ҡалаға кире алып ҡайт. Әгәр Раббы хуш күрһә, мине кире ҡайтарыр, изге һандыҡты ла, уның торлағын да күрергә насип итер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 15:25
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы һандығын алып килеп, уны үҙ урынына – Дауыт ҡорҙорған сатыр уртаһына ҡуйҙылар. Дауыт Раббы хозурында тотош яндырыу ҡорбандары һәм татыулыҡ ҡорбандары килтерҙе.


Көндәрҙән бер көндө батша Наҫан пәйғәмбәргә: – Бына мин кедр ағасынан һалынған йортта йәшәйем, ә Алла һандығы сатырҙа тора, – тине.


Ҡорамға артылыусылар йыры. Күҙҙәремде мин төбәйем Һиңә, Эй күктәрҙе төйәк иткән!


Күңелемдә яңғыраны Һинең ауаз: «Йөҙөмдө эҙләгеҙ!» – тинең. Һинең йөҙөңдө эҙләйем, Раббы,


Ысынлап та, Үҙенән ҡурҡҡандарға Уның ҡотҡарыуы яҡын, Уның шөһрәте беҙҙең еребеҙҙә төйәкләнәсәк.


Үҙең ҡотҡарған халыҡҡа тоғро мөхәббәтең менән юл күрһәттең, Мөҡәддәс торлағыңа Ҡөҙрәтең менән алып барҙың.


Муса Раббыға былай тине: – Һин миңә был халыҡты ары алып китергә ҡуштың, ләкин минең менән кемде ебәреүеңде әйтмәнең. Исемең менән беләм һине, тинең, күңелемә күркәмһең, тинең.


Әгәр ысынлап та шулай икән, ялбарып һорайым, миңә Үҙ ниәтеңде ас, Һине таныйым һәм күңелеңә күркәм булып ҡалайым. Был кешеләр – Һинең халҡың бит!


Хизкияһ иһә: – Раббының ҡорамына йөрөй алырыма ишара иткән ниндәй билдә булыр? – тип һораны.


Уларға ошо пәйғәмбәрлек һүҙҙәрен еткер, әйт: «Юғарынан күкрәр Раббы, Мөҡәддәс торлағынан тауышын күтәрер; Үҙенең төйәгенә дәһшәтле дөһөрләр, Йөҙөм иҙеүсе кеүек ҡысҡырыр, Донъяла йәшәүселәрҙең барыһына һөрәнләр.


„Бында Раббының ҡорамы! Раббының ҡорамы, Раббының ҡорамы бында!“ – тигән алдатҡыс һүҙҙәргә ышанмағыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ