Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 15:21 - Изге Яҙма

21 Иттай батшаға былай тип яуап ҡайтарҙы: – Тере Раббы ла, хакимым батша ла шаһит: үлем өсөнмө, йәшәү өсөнмө хакимым батша ҡайҙа булһа, мин ҡолоң да шунда буласаҡмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 15:21
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Улайһа киттек, – тине Дауыт. Шулай итеп, Ғаҫ кешеһе Иттай һәм уның янындағы бөтә кеше бала-сағалары менән бергә юлға ҡуҙғалды.


Ильяс Ильясиғинға: – Һин бында ҡал, Раббы мине Бейт-Илгә ебәрә, – тине. – Тере Раббы ла, һин дә шаһит: һинән айырылмайым, – тип яуапланы Ильясиғин. Бергәләшеп Бейт-Илгә киттеләр.


Ильяс Ильясиғинға: – Һин ошонда ҡал, Раббы мине Йерихоға ебәрә, – тине. – Тере Раббы ла, һин дә шаһит: һинән айырылмайым, – тип яуапланы Ильясиғин. Бергәләшеп Йерихоға киттеләр.


Ильяс Ильясиғинға: – Һин ошонда ҡал, Раббы мине Иорданға ебәрә, – тине. – Тере Раббы ла, һин дә шаһит: һинән айырылмайым, – тип яуапланы Ильясиғин. Бергәләшеп артабан киттеләр.


Әммә малайҙың әсәһе Ильясиғинға: – Тере Раббы ла, һин дә шаһит: һинән башҡа бынан аҙым да баҫасағым юҡ, – тине. Шунан Ильясиғин уның артынан юлға сыҡты.


Ысын дуҫтың дуҫлығы ғүмерлек; туған бәлә уртаҡлашыр өсөн тыуған.


Дуҫы күптең эш-мәшәҡәте күп, ләкин туғандан да яҡыныраҡ дуҫ була.


Ул килеп, Алланың бындағы кешеләргә булған мәрхәмәтен күргәс, шатланды һәм бөтәһен дә Раббыға ысын күңелдән тоғро булып ҡалырға өндәне.


Әммә ул: – Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? Ниңә илап, йөрәгемде телгеләйһегеҙ? Мин Раббы Ғайса исеме хаҡына Йәрүсәлимдә тотҡон булырға ғына түгел, үлергә лә әҙермен, – тип яуап бирҙе.


Быны мин һеҙҙе хөкөм итеп әйтмәйем: элек әйткәнемсә, һеҙ бит беҙҙең йөрәгебеҙҙә. Үлемдә лә, тормошта ла беҙҙе бер нәмә лә һеҙҙән айыра алмай.


Әммә Дауыт ант итеп: – Һинең мине хуш күргәнеңде атайың бик яҡшы белә. Шуға күрә: «Был хаҡта Йонаҫан һиҙмәһен, юғиһә көйәләнер», тип уйлай. Әммә тере Раббы ла, һин дә шаһит: минең менән әжәл араһында тик бер аҙым ғына, – тине.


Ә әле, эй хакимым, тере Раббы ла, һин дә шаһит: ҡан ҡойоуҙан, үҙ ҡулың менән үс алыуҙан тыйып ҡалған Раббы дошмандарыңды һәм һин хакимыма ҡарата күңелдәрендә асыу-мәкер һаҡлаусыларҙың барыһын да Навал һымаҡ итһен!


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ