Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 15:20 - Изге Яҙма

20 Һин кисә генә бында килдең, инде бөгөн мин һине үҙебеҙгә эйәрергә мәжбүр итәйемме ни? Мин ҡайҙа барырымды үҙем дә белмәйем әле. Бар, ҡайт, ағай-энеңде лә алып кит. Раббының мәрхәмәте һәм тоғролоғо юлдаш булһын һиңә!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 15:20
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Дауыт, Ғилғәд Явешы ҡалаһы халҡына илселәр ебәреп, шуны әйтергә ҡушты: – Хакимығыҙ Шаулға тоғролоҡ күрһәтеп уны ерләгәнегеҙ өсөн Раббы алдында фатихалы һеҙ.


Шуға күрә Раббы һеҙгә Үҙенең мәрхәмәтен һәм тоғролоғон насип итһен. Был яҡшылығығыҙ өсөн мин дә һеҙгә яҡшылыҡ менән яуап ҡайтарырмын.


Уларҙың ҡулдары яуызлыҡ ҡыла, Уң ҡулдары тулы ришүәт уларҙың.


Эй Алла, күңелем тоғро Һиңә, Күңелем минең тоғро! Мин Һиңә көйләрмен, мәҙхиәләр йырлармын.


Юҡ! Күңелегеҙ тулы ғәҙелһеҙлек, Ҡулдарығыҙ ер йөҙөнә йәбер-золом сәсә.


Бары тик Ул ғына ҡаям, ҡотҡарыусым, Ул минең ҡәлғәм һәм мин сайҡалмам.


Ҡотолоуым да, даным да тик Аллала, Минең ышығым Ул, ҡеүәтле ҡаям.


Сөнки Һин бөйөкһөң, Мөғжизәләр ҡылыусыһың. Яңғыҙ Һин генә Аллаһың!


Таң һайын мөхәббәтең менән туйындыр, Бәхет-шатлыҡ менән ғүмер кисерәйек.


Яуызлыҡ ниәтләгән юлдан аҙашмаҫмы? Ә һөйөү һәм тоғролоҡ яҡшы ниәтлеләр менән булыр.


Мәрхәмәт менән тоғролоҡ һине ташламаһын, уларҙы мунсаҡ итеп муйыныңа таҡ, йөрәк таҡтаташына яҙып ҡуй –


Кешеләр Раббының һүҙен эҙләр: Диңгеҙҙән-диңгеҙгә юлланыр, Төньяҡтан көнсығышҡа олағыр, Ни хәтле гиҙһә лә ил буйлап, Уны таба алмаясаҡ.


Ҡанун Муса арҡылы бирелгәйне, ә мәрхәмәт менән хәҡиҡәт Ғайса Мәсих аша килде.


Бынан һуң Дауыт, янындағы алты йөҙгә яҡын кеше менән Ҡығиланан сығып, урындан-урынға күсеп йөрөй башланы. Дауыт Ҡығиланан ҡасып киткән тигән хәбәрҙе ишеткән Шаул унда барыу уйынан кире ҡайтты.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ