Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 15:2 - Изге Яҙма

2 Ул, таңдан тороп, ҡала ҡапҡаһы янына баҫа ла дәғүә менән батша хөкөмөнә килгән һәр кешене үҙенең янына саҡыртып ала: – Һин ҡайһы ҡаланан? – тип һораша. Йомош менән килгән кеше: – Ҡолоң Исраилдың фәлән-фәлән ырыуынан, – тип яуап биргәндән һуң,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 15:2
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Хамор менән Шәхәм, ҡала ҡапҡаһына сығып, ҡалала йәшәүселәргә:


Батша торҙо ла ҡала ҡапҡаһы янына сығып ултырҙы. Яугирҙәргә был хаҡта хәбәр иттеләр һәм барыһы ла батша эргәһенә килде. Ә Авшалом менән булған исраилдар үҙ өйҙәренә таралышҡайны.


Аҡһаҡалдар уға: – Әгәр һин был халыҡҡа һәйбәт булһаң, уларға ярай алһаң, яҡшы һүҙеңде йәлләмәһәң, улар ғүмер буйы һинең ҡолоң булыр, – ти.


Үлтереүсе ҡараңғынан тора, Юҡһыл менән ярлының ғүмерен ҡыя, Ә төн етһә, урлашырға сыға.


Ҡайныһы, Мусаның халыҡ менән ни рәүешле эшләгәнен күреп, һорай ҡуйҙы: – Ни өсөн һин халыҡ менән шулай мөғәмәлә итәһең? Ни өсөн һин бер үҙең хөкөм итәһең, ә бөтә халыҡ эргәңдә иртәнән кискә тиклем баҫып тора?


Бер-бер эште хәл итергә кәрәк булһа, миңә киләләр. Мин улар менән һөйләшеп, ҡарар сығарам, Алланың ҡағиҙә һәм ҡанундарын еткерәм.


Халыҡ араһындағы низағтарҙы улар хөкөм итте, ауыр эштәрҙе Мусаға еткерә барҙы, ваҡ-төйәктәрен үҙҙәре хәл итте.


Сөнки залим яуызлыҡ ҡылмаһа, йоҡлай алмай, берәйһен аяҡтан йыҡмаһа, күҙенән йоҡо ҡаса.


Унан һуң тәхеткә батшалыҡҡа хоҡуғы булмаған бер хөрт әҙәм ултырыр. Ул көтмәгәндә килер һәм батшалыҡты хәйлә менән баҫып алыр.


Иртән иртүк бөтә баш ҡаһиндар һәм халыҡ аҡһаҡалдары кәңәшкә йыйылып, Ғайса үлтерелергә тейеш, тигән ҡарар сығарҙы.


Әгәр йәшәгән ерегеҙҙә һеҙ хөкөм итә алмаҫлыҡ ҡатмарлы хөкөм эштәре була ҡалһа, мәҫәлән, кеше үлтереү, зыян килеү йәки башҡа төрлө дөрөҫлөктө табыу ҡыйын булған хәлгә юлыҡһағыҙ, Аллағыҙ Раббы һайлаған урынға бар.


Боғаз иһә ҡала ҡапҡаһы төбөнә барып ултырҙы. Ҡараһа, бая әйткән яҡын туғаны килә ята. Боғаз уға: – Бында килеп ултыр әле, – тип өндәште. Тегеһе ултырҙы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ