15 – Хакимыбыҙ батша нисек ҡарар итһә, шуны эшләрбеҙ, беҙ – һинең ҡолдарың, – тип яуап ҡайтарҙы батшаның хеҙмәтселәре.
Дауыт Йәрүсәлимдә үҙ янында булған бөтә хеҙмәтселәренә: – Ҡуҙғалығыҙ, ҡасырға кәрәк, юғиһә Авшаломдан һис кем ҡотола алмаҫ. Йәһәт булығыҙ, ул бында килеп етеп, тотоп алмаҫ элек китәйек, юҡһа ул беҙҙе бәләгә тарытыр, бөтә ҡаланы ҡылыстан үткәрер, – тине.
Батша, һарайҙағы бөтә кешене эйәртеп, юлға сыҡты. Һарайға күҙ-ҡолаҡ булып торһондар өсөн үҙенең ун йәриәһен генә ҡалдырҙы.
Ул батшаға: – Хакимым батша мин ҡолона ни ҡушһа, барыһы ла үтәлер, – тине. Мефи-Бошеҫ, батша улдары һымаҡ, Дауыт менән бер өҫтәл артында ризыҡланды.
Дуҫы күптең эш-мәшәҡәте күп, ләкин туғандан да яҡыныраҡ дуҫ була.
Бойороҡтарымды үтәһәгеҙ, һеҙ – Минең дуҫтарым.
– Нисек теләйһең, шулай эшлә. Ҡайҙа кәрәк, шунда бар. Мин һинән ҡалмайым, – тине ҡорал йөрөтөүсеһе.