13 Бер хәбәрсе Дауытҡа килеп: – Авшалом Исраил халҡының ышанысын яулап алды, – тине.
Батша хөкөмөнә килгән һәр кеше менән Авшалом үҙен шулай тотто, шул рәүешле ул әкренләп Исраил халҡының күңелен яулай барҙы.
Быны бөтә халыҡ белде, батшаның быға тиклемге башҡа эштәре кеүек үк, был ҡылығы ла халыҡтың күңеленә хуш килде.
Дауыттың мәҙхиәһе. Улы Авшаломдан ҡасҡан ваҡытта әйтелгән.
Минең күңелем Һиңә яғыла, Һинең уң ҡулың мине ныҡ тота.
Ғайсаның алдынан барған һәм артынан эйәреп килгән халыҡ: – Дауыт Улына һосанна! Раббы исеме менән Килеүсе мөбәрәк булһын! Бейек күктәрҙә һосанна! – тип ҡысҡырҙылар.
– Ә Мәсих тип аталған Ғайсаны нимә эшләтәйем? – тип һораны Пилатос. – Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип яуап бирҙеләр бер ауыҙҙан.
Әсәһенең туғандары был һүҙҙәрҙе Шәхәм халҡына еткерҙе һәм улар Авимәләхте яҡлауҙы хуп күрҙе. – Ул бит беҙҙең туғаныбыҙ, – тинеләр.