1 Шунан һуң Авшалом үҙенә арбалары менән аттар һәм алдан йүгереп барырға иллеләп нөгәр хәстәрләне.
Раббы былай ти: «Бәхетһеҙлекте Мин һиңә үҙ йортоңдан бирәм. Күҙ алдыңда ҡатындарыңды тартып алып, үҙеңдең яҡын кешеңә тапшырырмын. Ул һинең ҡатындарың менән көпә-көндөҙ ятып йоҡлар.
батша уларға былай тине: – Ярандарымды алығыҙ ҙа, улым Сөләймәнде минең ҡасырыма ултыртып, Гихон шишмәһенә алып барығыҙ.
Дауыттың Хаггиҫтан тыуған улы Адонияһ, эреләнеп: – Мин батша булам! – тип йөрөй башланы. Үҙенә яу арбалары, һыбайлылар булдырҙы, алдынан һәр саҡ илле кеше йүгереп барыр ине.
Һин мәңге уны фатихалайһың, Хозурыңдағы һөйөнөскә сорнайһың.
Тәкәбберлек артынан хурлыҡ килер, тыйнаҡтарға эйәреп аҡыл йөрөр.
Тәкәбберлек артынан һәләкәт килә, маһайыуҙың һуңы иһә – хурлыҡ.
Ыҙғыш яратҡан әҙәм – гонаһҡа ла әүәҫ; үҙ-үҙен юғары ҡуйып маҡтанған башына бәлә эҙләй.
Тик батшағыҙ йылҡыларын күбәйтмәһен һәм күп итеп ат һатып алыр өсөн кешеләрҙе Мысырға ебәрмәһен. Сөнки Раббы һеҙгә: «Башҡаса был юлдан кире ҡайтмағыҙ», – тине.
Былай тине: – Һеҙгә хакимлыҡ итәсәк батшаның хоҡуҡтары ошолар булыр: ул һеҙҙең улдарығыҙҙы алыр һәм үҙенең яу арбаларын йөрөтөргә ҡуйыр, атҡа атландырыр. Уның яу арбалары алдынан сабырҙар.