3 батша янына ин. Шунан уға былай тип һөйләрһең, – тине лә ниҙәр әйтергә өйрәтте.
– Һин был хәбәрҙәреңде Йоав ҡушыуы буйынса һөйләмәнеңме? – тип һораны батша. – Ғүмерең оҙон булһын, хакимым батша, тап өҫтөнә баҫтың – батшанан бер ни йәшереү мөмкин түгел икән, – тине ҡатын. – Мин һиңә ҡолоң Йоавтың өйрәтеүе һәм ҡушыуы буйынса һөйләнем.
Теҡоғанан килгән ҡатын батша янына инде. Йөҙө менән ергә ҡапланды ла: – Эй батшам, ярҙам ит! – тип өндәште.
Уларға Касифья ере башлығы Иддоға барып, Аллабыҙ йортона хеҙмәтселәр ебәрһендәр өсөн, Иддоға һәм уның ҡәрҙәштәренә – Касифья ерендәге Алла йорто хеҙмәтселәренә – нимәләр әйтергә кәрәклеген өйрәттем.
Уның менән һөйләш, нимә әйтергә кәрәклеген аңлат. Һөйләгәндә икегеҙгә лә ярҙам итермен, эргәгеҙҙә булырмын, ни эшләргә икәнен өйрәтермен.
Һүҙҙәремде ауыҙыңа һалдым, Һине ҡулымдың күләгәһенә йәшерҙем, Күкте кирҙем, донъяны нигеҙгә ҡуйҙым Сионға: „Һин – Минең халҡым!“ – тинем».
«Миңә ҡалһа, – ти Раббы, – Улар менән төҙөшкән килешеүем ошо: һеҙгә иңдергән Рухым, ауыҙығыҙға һалған һүҙҙәрем әленән алып мәңгегә һеҙҙең үҙегеҙҙән, балаларығыҙҙан һәм зат-зәүерегеҙҙең ауыҙынан китмәҫ».
Раббы, ҡулын һуҙып, иренемә ҡағылды ла былай тине: – Бына, һүҙҙәремде ауыҙыңа һалдым.
Раббы Билғамдың теленә тейешле һүҙҙе һалды ла уға: – Балаҡ янына бар ҙа уға ошо хәбәрҙе еткер, – тип бойорҙо.
Мин уларға ҡәрҙәштәре араһынан һинең кеүек бер пәйғәмбәр һайлап ҡуйырмын һәм һүҙҙәремде уның ауыҙынан әйттерермен. Мин нимә бойорһам, ул шуларҙың барыһын да һеҙгә һөйләр.