Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 14:25 - Изге Яҙма

25 Бөтөн Исраилда Авшалом һымаҡ күркәмлеге өсөн маҡталған бер генә ир-ат та юҡ ине. Баш түбәһенән алып аяҡ табанына тиклем бер генә килмәгән ере лә юҡ ине уның.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 14:25
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Атаһы иһә бер ваҡытта ла уны: «Нишләп улай итәһең?» – тип тыйманы. Авшаломдан ҡала донъяға килгән Адонияһ төҫкә-башҡа уның һымаҡ уҡ сибәр ине.


Шунан шайтан Раббы янынан сығып китте. Ул Әйүптең бөтә тәненә, түбәһенән алып табанына тиклем, һыҙлатҡыс шеш-ҡутыр сығарҙы.


Мөләйемлек – алдаҡсы, матурлыҡ – буш, ә Раббынан ҡурҡҡан ҡатын данға лайыҡ.


Түбәгеҙҙән табанығыҙғаса Һау урын юҡ: яра, эрен, ҡутыр – Таҙартылмаған, май һөртөлмәгән, бәйләнмәгән.


билдәренә билбау, баштарына күркәм сәллә кейгән, Халдей ерендә, Бабилда тыуып үҫкән ғәскәр башлыҡтарын хәтерләткән һүрәттәрҙе күрҙе ул.


Улар ағзалары теүәл, төҫкә матур, аң-белемгә һәләтле, зирәк һәм аҡыллы, батша һарайында хеҙмәт итерлек булырға һәм Ашпеназ уларҙы халдей яҙмаһына һәм теленә өйрәтергә тейеш ине.


Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ ағартылған ҡәбер мәмерйәләре кеүекһегеҙ: тыштан улар матур булып күренә, ә эсе мәйет һөйәктәре һәм төрлө шаҡшы нәмә менән тулы.


Быны Ул имандаштар берҙәмлеген бөтә шөһрәтендә, бер ниндәй тапһыҙ, йыйырсыҡһыҙ һәм башҡа төрлө етешһеҙлектәре булмаған, йәғни изге һәм кәмселекһеҙ итеп Үҙенең алдына килтереү өсөн эшләне.


Ботоғоҙҙо, тубығығыҙҙы сиҡан баҫыр. Унан дауалана алмаҫһығыҙ: ул башығыҙҙан алып табанығыҙға тиклем ҡаплап алыр.


Әммә Раббы Шемуилға: – Уның матурлығы менән буйсанлығына ҡарама. Мин уны кире ҡаҡтым, Раббы әҙәм кеүек күрмәҫ. Кеше тышҡы ҡиәфәткә, ә Раббы йөрәккә ҡарай, – тине.


Ҡиштың Шаул исемле йәш, күркәм улы бар ине. Исраилдар араһында унан да матурырағы булмағандыр. Буйы һәр кешенән бер башҡа ҡалҡыуыраҡ ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ