24 Әммә батша: «Әйҙә өйөнә ҡайтһын, тик минең йөҙөмдө күрәһе булмаһын», – тине. Авшалом өйөнә ҡайтты, әммә батшаның күҙенә күренмәне.
– Теге кеше беҙгә кесе туғанығыҙҙан башҡа күҙемә лә күренмәгеҙ, тип бик ҡаты әйтте, – тине уға Йәһүҙә. –
Ағаһы Авшалом унан: – Һинең менән Амнон ағайың булдымы? – тип һораны ла: – Тыныслан, һеңлем, тауыш сығарма. Ул – һинең ағайың. Үтә ныҡ бөтөрөнмә, – тине. Шулай итеп, Тамар яңғыҙы ғына ағаһы Авшалом йортонда йәшәй башланы.
Батшаны күрмәйенсә Авшалом Йәрүсәлимдә ике йыл йәшәне.
«Яҡшы, – тине Дауыт, – һинең менән килешеү төҙөйөм, тик бер шартым бар: минең менән күрешергә килгәндә Шаул ҡыҙы Михәлде алып кил, юҡһа һинең менән осрашмаясаҡмын».
Фирғәүен Мусаға былай тине: – Кит бынан, ҡабат күҙемә күренеп йөрөмә: килеп күренһәң – үлерһең.
Улар Уның йөҙөн күрәсәктәр, һәм Уның исеме уларҙың маңлайҙарында буласаҡ.