20 Ҡолоң Йоав бөгөнгө хәлде яҡшыға үҙгәртер өсөн уйлап тапҡайны быны. Әммә хакимым батша Алла фәрештәһе кеүек аҡыллы, ер йөҙөндә ниҙәр булғанын белеп тора.
Тик Алла шуны белә: ул ағастың емешен ашаған көндө күҙегеҙ асыласаҡ та, яҡшылыҡ менән яманлыҡты белеп, Алла кеүек буласаҡһығыҙ.
Хакимым батшаның һүҙе йәнемә тыныслыҡ бирһен, тинем. Сөнки батша, Алланың фәрештәһе кеүек, яманды яҡшынан айыра ала. Аллаң Раббы һәр саҡ һинең менән булһын!
Мин үҙемдең ғүмеремде ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып булһа ла быны эшләһәм, батша барыбер белер ине, ул саҡта инде һин үҙең дә мине яҡламаҫ инең, – тип яуап ҡайтарҙы теге.
Ә ул мин ҡолоңа һинең алда яла яҡты. Хакимым батша, һин Алланың фәрештәһе кеүекһең; инде ни теләһәң, шуны эшлә.
Нәҫел-ырыуым хакимым батша алдында үлемдән башҡаға лайыҡ булмағанда ла, һин мин ҡолоңдо үҙең менән бер өҫтәл артында ашап-эсеп йөрөгәндәр араһына ултырттың. Шулай булғас, батшаға үпкәләргә ни хаҡым бар минең? – тине.
Дауыт тағы Раббыға һорау менән мөрәжәғәт итте, һәм Ул былай тип яуап ҡайтарҙы: – Уларҙың ҡаршыһынан барма, арт яҡтан урап, тут ағастары яғынан бар.
Ялған телле үҙ ҡорбандарын яратмай, юха телленең ауыҙында һәләкәт ята.
Яҡынына ялағайланған – уның аяғына тоҙаҡ һалған.
Ахиш: – Хафаланма. Белә йөрөйөм, минең өсөн һин Алланың бер фәрештәһе кеүек яҡшыһың, – тип яуапланы. – Тик пелешти башлыҡтары: «Ул беҙҙең менән һуғышҡа бармаһын», – тип талап итә.