16 Батша үтенесемде тыңлар һәм, Алла тарафынан беҙгә тәғәйенләнгән мал-мөлкәткә ҡыҙығып, мине һәм улымды юҡ итергә ниәтләгәндең ҡулынан ҡотҡарыр».
Әле хакимым батшаға был һүҙҙәремде һөйләр өсөн килеүемдең сәбәбе шул: халыҡ мине ҡурҡыуға һалды, ә мин: «Туҡта, батша менән һөйләшеп ҡарайым әле, бәлки, ул минең һорауымды кире ҡаҡмаҫ, – тип уйланым. –
Беҙҙең ҡала Исраилдың тыныс, тоғро ҡалаларының береһе, һин Исраил ҡалаларының әсәһе һаналған ошо ҡаланы юҡ итергә уйлайһыңмы? Ни өсөн Раббының биләмәһен емерергә теләйһең? – тип һораны ҡатын.
Бына шулай ул залимдар – Байлыҡтарын арттырып, рәхәт йәшәйҙәр.
Батша ауыҙында – әүлиә һүҙҙәр, хөкөм сығарғанда ла ул яңылышмаҫ.
Сөнки Раббының өлөшө – Үҙ халҡы, Яҡуп нәҫеле – Уның биләмәһе.
Хакимым батша! Зинһар, ҡолоңдо тыңлаһаңсы! Әгәр һине миңә ҡаршы Раббы ҡуҙғатҡан булһа, килтерелгән ҡорбан менән ҡәнәғәт ҡалһын. Әгәр ҙә быны әҙәм балалары эшләгән икән, улар Раббының ҡарғышын алһын, сөнки: «Кит, ят илаһтарға хеҙмәт ит», – тип мине Раббымдың биләмәһендәге өлөшөмдән ситкә тибәрәләр.