Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 14:14 - Изге Яҙма

14 Ахырҙа һәммәбеҙ ҙә үләбеҙ. Ергә түгелгән һыуҙы ҡабат йыйып алып булмай. Алла берәүҙең дә йәнен харап итергә теләмәй, ситкә тибәрелгән кеше Минән ситләшә күрмәһен тип уйлай.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 14:14
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунан Дауыт хәбәр килтереүсегә: – Йоавҡа әйт: ул был хәлгә артыҡ көйөнмәһен, ҡылыс кемде сабайым тип уйлап тормай. Көсөңдө тупла ла ҡаланы тар-мар ит, тип уның күңелен күтәр, – тине.


Әле хакимым батшаға был һүҙҙәремде һөйләр өсөн килеүемдең сәбәбе шул: халыҡ мине ҡурҡыуға һалды, ә мин: «Туҡта, батша менән һөйләшеп ҡарайым әле, бәлки, ул минең һорауымды кире ҡаҡмаҫ, – тип уйланым. –


Дауыт нәҫелен Сөләймәндең гонаһтары арҡаһында язалайым, әммә мәңгелеккә түгел».


Әммә үлгән кеше ҡабат терелерме? – Нәүбәт көндәрем үткәнгә тиклем Ҡотолоу килгәнде көтөр инем.


Беләм, һин мине үлемгә – Бөтөн тереләргә тәғәйен булған һуңғы йортҡа илтәһең.


Бөтә тереклек шунда уҡ һәләк булыр, Кеше тупраҡҡа ҡайтыр ине.


Түрәләрҙе айырып ҡарамай, Байҙы ярлынан өҫтөн күрмәй. Сөнки һәммәһен дә Ул Үҙе бар ҡылды.


Һәр кис һайын улар эт шикелле ырылдашып Ҡала буйлап темеҫкенеп йөрөй.


Ата-бабалары һымаҡ булмаһындар: Сөнки улар тиҫкәре, фетнәсел быуын булды; Күңелдәре тотороҡһоҙ, Рухтары Аллаға тоғро түгел ине.


Башыңа һәләкәт килмәҫ, Сатырыңа бәлә-ҡаза яҡынламаҫ.


Ул һине аусының тоҙағынан, Үлемесле сирҙәрҙән ҡотҡарыр.


Ләкин кеше берәйһен яңылышлыҡ менән үлтерһә һәм быға Алла ихтыяр иткән булһа, үлтергән кеше Мин һеҙгә билдәләп ҡуясаҡ урынға ҡасып ҡотола ала.


Тереләр үләсәген белә, ә үлеләр бер нәмә лә белмәй, уларға башҡаса бер ниндәй әжер ҙә юҡ, сөнки улар тураһында иҫтәлек тә ҡалмай.


Бөйөк Хаким мәңгелеккә ташламай ул!


Әллә Мин яуыз кешенең үлеменән һөйөнөс табаммы? – тип белдерә Раббы Хаким. – Мин уның яман юлынан баш тартыуын һәм йәшәүен теләйем.


Шул саҡта үҙҙәренең ғәйептәрен, ата-бабаларының енәйәттәрен танырҙар, Миңә хыянаттарын, тиҫкәрелектәрен,


Яңылыштан кеше үлтергән һәр кем – исраилдар ҙа, килмешәктәр ҙә, йәшәргә индерелгән бүтән әҙәмдәр ҙә – был алты ҡалаға һыйына алыр.


Йәмғиәт үлтереүсене ҡан өсөн үс алыусы ҡулынан араларға һәм уны ул ҡасҡан һыйыныу ҡалаһына ҡайтарырға тейеш, үлтереүсе бында изге май менән мәсехләнгән баш ҡаһин вафат булғансы йәшәргә тейеш.


сөнки үлтереүсе һыйыныу ҡалаһында баш ҡаһин вафат булғансы йәшәргә, баш ҡаһиндың вафатынан һуң ғына үҙ биләмәһенә ҡайтырға тейеш.


Улар үҙҙәренең шәкерттәрен Һируд батша яҡлылар менән бергә Ғайса янына ебәрҙе. – Остаз, – тине улар, – беҙ Һинең тура һүҙле булғаныңды һәм, дөрөҫлөктән ситкә тайпылмайынса, Алла юлына өйрәтеүеңде беләбеҙ. Һин бер кемдән дә ҡурҡмайһың, бер кемгә лә ярарға тырышмайһың.


– Алланың ысынлап та барыһына ла тигеҙ ҡарағанын мин хәҙер аңлайым, – тип һүҙен башланы Петрус. –


Сөнки Алла алдында барыһы ла бер тигеҙ.


Сөнки Аллағыҙ Раббы – ул аллаларҙың Аллаһы, хакимдар Хакимы, бөйөк, ҡөҙрәтле һәм дәһшәтле Алла. Ул кемдең кем икәненә ҡарамай, ришүәт тә алмай.


Һәр кемгә ҡасан да булһа бер үлеп, унан һуң хөкөм алдына баҫырға яҙған кеүек,


Һәр кемде эшенә ҡарап тигеҙ күргән Хөкөм итеүсене доға ҡылғанда Атам тип атайһығыҙ икән, был донъяла мосафир булып йәшәгән саҡта ғүмер юлығыҙҙы ҡурҡыу ҡатыш хөрмәт менән үтегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ