6 Амнон ауырығанға һалышып түшәккә ятты ла, батша уның хәлен белергә килгәс: – Һеңлем Тамар килеп, миңә бер-ике табикмәк бешерһен әле, мин уның ҡулынан ашармын, – тине.
Ибраһим ашығып сатырға инде лә Сараға былай тине: – Өс сеа иң яҡшы ондан тиҙ генә ҡамыр баҫ та сөсө икмәк бешер.
– Түшәгеңә ят та, – тип өйрәтте уға Йонадав, – ауырыуға һалыш. Атайың хәлеңде белергә килгәс: «Һеңлем Тамар килеп ашатһын әле мине, аҙыҡты күҙ алдымда әҙерләп, үҙ ҡулы менән ашатһын», – тип әйт.
Дауыт, кеше ебәреп, Тамарға: – Ағайың Амнондың өйөнә барып, уға ашарға әҙерлә, – тип әйттерҙе.
Йәнә бер ҡисса һөйләне Ғайса: – Күктәр Батшалығы ҡатын кеше бөтә ҡамырҙы ҡабартырға тип бер ҡапсыҡ онға болғаған әсеткегә оҡшаған.