Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 13:4 - Изге Яҙма

4 Ул Амнонға: – Эй батша улы, әйт әле миңә, ниңә һин көндән-көн ябығаһың? – тип һораны. – Ҡустым Авшаломдың һеңлеһе Тамарҙы яратам мин, – тине Амнон.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 13:4
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Амнондың Йонадав исемле дуҫы бар ине. Ул, Дауыттың ағаһы Шимғаның улы булып, ифрат хәйләкәр ине.


– Түшәгеңә ят та, – тип өйрәтте уға Йонадав, – ауырыуға һалыш. Атайың хәлеңде белергә килгәс: «Һеңлем Тамар килеп ашатһын әле мине, аҙыҡты күҙ алдымда әҙерләп, үҙ ҡулы менән ашатһын», – тип әйт.


Ҡатыны Изевел уның янына килеп: – Нимәгә шул тиклем эсең боша, хатта тамағыңа ла ашаманың? – тип һораны.


– Һин Исраилда батша түгелме ни? – тине Изевел. – Тор, тамағыңа аша. Борсолма, Навоҫтың баҡсаһын мин һиңә үҙем алып бирәм.


Ҡиәфәттәре үҙҙәренә ҡаршы шаһитлыҡ итә; Гонаһтарын һис тә йәшермәйҙәр, Содом халҡы кеүек асыҡтан-асыҡ һөйләйҙәр. Үҙ баштарына бәлә алалар – ҡайғы уларға!


Әшәке ғәмәлдәре өсөн оялалармы? Ҡайҙа оялыу, ҡыҙара ла белмәйҙәр! Шуға күрә ҡолағандар араһына йығылырҙар; Улар язаланған мәлдә Һөрлөгөп барып төшөрҙәр», – ти Раббы.


Ҡыҙ туғандарың – атайыңдың ҡыҙы менән дә, йәки әсәйеңдең ҡыҙы менән дә, һинең менән бер өйҙә тыуғанмы ул, ситтәме – улар менән яҡынлыҡ ҡылма.


Әгәр ҙә берәйһе үҙенең ҡыҙ туғанына, атаһының йәки әсәһенең ҡыҙына өйләнһә һәм уның оятын күрһә, ҡыҙ ҙа уның оятын күрһә, был – хурлыҡ. Улар халҡының күҙ алдында юҡ ителер. Ул ҡыҙ туғанын хурлыҡҡа ҡалдырған һәм язаһын алырға тейеш.


Яманлыҡҡа ҡулдары ҡайһылай оҫта: Етәкселәр бүләк талап итә, Хөкөмсөләр ришүәт ала, Хакимдар теләгәнен таптыра. Бөтәһе лә хәйлә менән эш итә.


Эй бәләкәй көтөү, ҡурҡма! Батшалыҡты һеҙгә биреүҙе Атағыҙ яҡшы тип тапты.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ