39 Әммә ваҡыт уҙған һайын Дауыттың Авшаломдан үс алыу теләге үтте, сөнки Амнондың үлеү ҡайғыһы баҫыла төшкәйне.
Шунан һуң Исхаҡ Рабиғаны әсәһе Сараның сатырына алып инде, уға өйләнде. Исхаҡ Рабиғаны бик яратты, мәрхүмә әсәһенең үлеменән һуң унда йыуаныс тапты.
– Ярай, – тип дауам итте Лаван, – һин минең яндан тыуған ереңде тәҡәтһеҙ һағынған өсөн дә киткәнһең, ти. Ә ниңә минең илаһтарымды урланың?
Улдары һәм ҡыҙҙары килеп Яҡупты йыуатырға тырышты, әммә ул тынысланырға теләмәне. – Ҡара ҡайғы менән улым янына, гүргә төшәм мин! – тип бер туҡтауһыҙ иланы ла иланы.
Байтаҡ ваҡыт үтте. Шуғаның ҡыҙы, йәғни Йәһүҙәнең ҡатыны, вафат булды. Ҡатынын ерләп, хәсрәт көндәрен үткәргәс, Йәһүҙә дуҫы – Ғадуллам кешеһе Хира менән һарыҡ йөнө ҡырҡырға Тимнаға китте.
Серуяһ улы Йоав батшаның Авшаломға ҡарата күңеле йомшарғанын һиҙеп ҡалды ла,
Йә Раббы, илеңә миһырбанлыҡ ҡылдың, Яҡуп нәҫеленә муллыҡ-именлек ҡайтарҙың.
Улдарығыҙҙы һәм ҡыҙҙарығыҙҙы күҙ алдығыҙҙа башҡа халыҡтар араһына ҡыуырҙар. Уларҙы көтөп, күҙҙәрегеҙ талыр, әммә ярҙам итергә хәлегеҙ булмаҫ.
Сөнки ул барығыҙҙы ла һағына һәм, ҡаты ауырыуы тураһында ишетеүегеҙҙе белгәс, ныҡ күңелһеҙләнде,