36 Уның шулай тип әйтеүе булды, ҡысҡырып илаша-илаша батша улдары ла килеп етте. Батша үҙе лә, уның хеҙмәтселәре лә әсе күҙ йәштәре түкте.
Хеҙмәтселәре унан: – Ниңә улай эшләйһең? Балаң иҫән саҡта ураҙа тоттоң, иланың, балаң үлгәс, торҙоң да ашап алдың, – тинеләр.
Бынан һуң Амнонда Тамарға ҡарата ҡот осҡос нәфрәт тойғоһо уянды. Уның был нәфрәте элекке мөхәббәтенән дә көслөрәк ине. – Бар сығып кит! – тине ул ҡыҙға.
Йонадав шунда батшаға: – Ана, батша улдары ҡайтып килә, ҡолоң нисек әйткән булһа, шулай килеп сыҡты, – тине.
Авшалом Ғаммиһуд улы Талмайға, Гешур батшаһына, ҡасып китте. Дауыт батша иһә, улы Амнон өсөн ҡайғырып, көн дә йәш түкте.
Батша был хәбәрҙән ҡойолоп төштө лә илап ебәрҙе һәм бер туҡтауһыҙ: – Улыҡайым Авшалом! Улыҡайым минең Авшалом! Һин үлгәнсе үҙем генә үлһәмсе, улыҡайым! – тип һамаҡлай-һамаҡлай ҡапҡа башындағы бүлмәгә йүнәлде.