34 Ул арала Авшалом ҡасып киткәйне. Һаҡта торған егет тау битләүендәге юл буйлап бер төркөм халыҡ килгәнен күреп ҡалды.
Йонадав шунда батшаға: – Ана, батша улдары ҡайтып килә, ҡолоң нисек әйткән булһа, шулай килеп сыҡты, – тине.
Был ваҡытта Дауыт эске һәм тышҡы ҡапҡа араһында ултыра ине. Күҙәтсе диуар яғынан ҡапҡа башына менеп ҡарағайны, бер кешенең йүгереп килгәнен күреп ҡалды.
Кеше ҡанын ҡойған әҙәм ҡәбергәсә ҡасып йөрөһөн, тынғы белмәһен, уға һис кем ярҙам итмәһен.
Кеше арыҫландан ҡасып, Айыуға барып юлыҡҡан кеүек, Өйөнә йүгереп инеп, ҡулын диуарға ҡуйыуға Ҡара йылан саҡҡан кеүек,