30 Улар әле юлда саҡта уҡ Дауытҡа: «Авшалом батша улдарының барыһын да үлтергән икән, береһе лә ҡалмаған», – тигән хәбәр килеп етте.
Авшалом нисек бойорһа, хеҙмәтселәре шулай эшләне. Быны күргән батша улдары һәр береһе үҙенең ҡасырына менеп ҡасты.
Батша, урынынан тороп, кейемдәрен йыртҡылап ташланы ла ергә ҡапланды, эргәһендәге хеҙмәтселәре лә кейемдәрен йырттылар.
Ҡыҙын күргәс, Ифтах өҫтөндәге кейемен йыртып: – Эй ҡыҙым, һин мине тәҡәтһеҙ ҡалдырҙың, башыма бәлә килтерҙең. Мин бит Раббыға нәҙер әйттем, һүҙемде кире ала алмайым, – тине.