Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 13:3 - Изге Яҙма

3 Амнондың Йонадав исемле дуҫы бар ине. Ул, Дауыттың ағаһы Шимғаның улы булып, ифрат хәйләкәр ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 13:3
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы Алла бар иткән бөтә йәнлектәр араһында йылан иң хәйләкәре ине. Ул ҡатындан: – Ысынлап та Алла һеҙгә баҡсалағы бер ағастың да емешен ашарға рөхсәт итмәнеме? – тип һораны.


Шул ваҡытта Йәһүҙә, ағай-энеләре янынан китеп, Ғадулламдан Хира исемле бер кеше эргәһенә урынлашты.


Йәһүҙә һуңынан дуҫын – Ғадуллам кешеһен – кәзә бәрәсе илтеп, аманатты кире алырға ебәрҙе, әммә ул ҡатынды таба алманы.


Амнон һеңлеһе Тамар тип шул тиклем ғазапланды, хатта ауырыуға һабышты. Тамар ғиффәтле ҡыҙ булғанлыҡтан, Амнон уға ҡағылыу мөмкин булмаған бер эш тип уйлай ине.


Шул саҡ Дауыттың ағаһы Шимғаның улы Йонадав: – Хакимым үҙенең бөтә улдарын да үлтергәндәр икән, тип уйламаһын. Амнонды ғына үлтергәндәр. Амнон һеңлеһе Тамарҙы көсләгән көндән алып, Авшалом уны үлтерергә йыйына ине.


Ул Амнонға: – Эй батша улы, әйт әле миңә, ниңә һин көндән-көн ябығаһың? – тип һораны. – Ҡустым Авшаломдың һеңлеһе Тамарҙы яратам мин, – тине Амнон.


Теҡоғаға кеше ебәреп унан бер аҡыллы ҡатынды килтертте. Ул был ҡатынға: – Ҙур хәсрәткә тарыған кеше кеүек өҫтөңә ҡайғы кейемдәре кей ҙә, зәйтүн майы һөртмәйенсә, мәрхүм булған кеше өсөн күп көндәр илаған ҡатын ҡиәфәтендә


Шул әҙәм исраилдарҙы хурларға тотонғас, уны Йонаҫан үлтерҙе. Йонаҫан Дауыттың ағаһы Шимғиҙең улы ине.


Ишайҙың баш балаһы – Әлиав, икенсе улы – Авинадав, өсөнсөһө – Шимға,


Дауыттың атаһының Йонаҫан исемле туғаны бик аҡыллы, зиһенле кеше була, кәңәшсе һәм кәтип вазифаһын башҡара. Хахмони улы Йехиил батшаның улдарын тәрбиәләй.


Шулай ҙа быны һиҙҙермәне, өйө яғына ыңғайланы. Дуҫтары менән ҡатыны Зерешты саҡырып,


Ҡатыны Зереш менән бөтә дуҫтары Һаманға былай тип кәңәш бирҙе: – Бейеклеге илле терһәк булған дар ағасы ҡуйҙыр ҙа иртәгә батшанан Мордехайҙы шунда аҫып ҡуйыуын һора. Шунан инде күңелең булып, батша менән табынға барырһың. Һаманға был һүҙҙәр оҡшап ҡалды, һәм ул дар ағасы яһатты.


Ул ҡатыны Зерешҡа һәм барлыҡ дуҫтарына үҙе менән ни булғанын һөйләп бирҙе. Аҡыл биреүсе дуҫтары менән ҡатыны Зереш уға: – Әгәр ҙә һинең түбән тәгәрәүеңә сәбәп булған Мордехай йәһүдтәр затынан икән, һинең уға ҡаршы торорға көсөң етмәҫ, еңелерһең, – тинеләр.


Түрә алдында күптәр ҡуштанлана, бүләк биреүсе әҙәм менән һәр кем дуҫ була.


«Халҡым алйот, – ти Раббы. – Ул Мине танымай. Аңһыҙ балалар һымаҡ аҡылдары юҡ. Яманлыҡҡа баштары шәп эшләй, Яҡшылыҡ ҡылырға белмәй».


Был донъяның аҡыллылығы – Алла алдында ахмаҡлыҡ. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Алла аҡыллы баштарҙы үҙҙәренең үк хәйләһенә эләктерә».


Ундай аҡыл юғарынан түгел, ул донъяныҡы, рухи түгел, ул ендән килә,


Ә Шимшондың ҡатыны уға кейәү егете итеп беркетелгән егеттәрҙең береһенә бирелде.


Шунан Ишайҙан: – Улдарыңдың һәммәһе лә бындамы? – тип һораны. – Йәнә төпсөк улым бар, – тип яуап бирҙе Ишай. – Ул һарыҡ көтә. – Берәйһен ебәр, алып килһендәр, – тине Шемуил. – Ул килмәйенсә, тәғәм ейергә ултырмаясаҡбыҙ.


Бынан һуң Ишай Шамманы алып килде. – Раббы быныһын да һайламаны, – тине Шемуил.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ