Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 13:28 - Изге Яҙма

28 Авшалом үҙенең хеҙмәтселәренә былай тип бойорҙо: – Ҡарап ҡына тороғоҙ ҙа, Амнон иҫереп ғәмен юғалтҡас, мин: «Амнонды сәнсегеҙ», – тип әйтермен. Үлтерегеҙ уны, ҡурҡмағыҙ, мин шулай ҡушам, үҙегеҙҙе ҡыйыу, батыр тотоғоҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 13:28
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бер саҡ Нух, шарап эсеп иҫереп, сатыры эсендә шәрә килеш ята ине.


Дауыт уны үҙенә саҡырҙы, Урияһ уның менән ашаны-эсте. Дауыт уны иҫерткәнсе эсерҙе. Әммә Урияһ кисен йоҡларға өйөнә ҡайтманы, ә хакимының хеҙмәтселәре менән бергә кисәге урынында йоҡланы.


Хатында ул былай тип яҙғайны: «Урияһты алыштың иң ҡыҙыу еренә ҡуй ҙа, уны ҡалдырып, сигенегеҙ. Ул шунда әжәлен тапһын».


Мине һанға һуҡмағаның һәм хитти Урияһтың ҡатынын алғаның өсөн ҡылыс мәңге йортоң өҫтөндә эленеп торор».


Әммә Авшалом бик ялынып һорағас, ул Амнонға ла, башҡа улдарына ла барырға рөхсәт итте.


Мин ҡолоңдоң ике улы бар ине. Бер көндө улар баҫыуҙа ыҙғышып киткәндәр, ә араларға кеше булмаған. Шунан береһе икенсеһен үлтергән.


Улар төш мәлендә ҡуҙғалды. Был ваҡытта Арам батшаһы Бен-Һадад эргәһендәге утыҙ ике батша менән бергә сатырҙа иҫерешеп ултыралар ине.


Етенсе көндө шараптан күңеле ирәйеп киткән Ахашверош батша үҙенә хеҙмәт иткән Меһуман, Биззета, Харвона, Бигҫа, Авагҫа, Зеҫар, Каркас исемле ете алашарға


«Минең мәсихтәремә һеҙ ҡағылмағыҙ, Пәйғәмбәрҙәремә яманлыҡ ҡылмағыҙ».


Мысыр батшаһы уларҙы яңынан саҡыртып алды ла: – Ниңә һеҙ шулай итәһегеҙ? – тип һораны. – Нишләп ир балаларҙы иҫән ҡалдыраһығыҙ?


Кеше табынды күңел өсөн йыя, шарап кәйефте күтәрә, әммә бөтәһе өсөн дә көмөш кәрәк.


Әйҙә икмәгеңде шат күңел менән аша, шарабыңды ҡыуаныс менән эс: инде Алла һинең ғәмәлдәреңде хуш күрә!


Шул уҡ төндө Халдей батшаһы Белшассар үлтерелде.


Бер-береһенә сырмалған сәнскәк һымаҡ, Лаяҡыл иҫерек эскеселәр кеүек улар, Ҡыу һаламдай, гөлтләп янып бөтәсәктәр.


Һаҡ булығыҙ! Самаһыҙ ашамағыҙ, эсеп иҫермәгеҙ һәм көнкүреш мәшәҡәттәренә күмелмәгеҙ. Юғиһә башығыҙ томаланыр һәм ул көн һеҙгә аңғармаҫтан килер, үҙегеҙҙе тоҙаҡҡа аулаған кеүек эләктерер. Ул көн ер йөҙөндә йәшәгән кешеләрҙең бөтәһенә лә килер.


Петрус һәм бүтән илселәр: – Кешеләргә ҡарағанда Аллаға нығыраҡ буйһонорға тейешбеҙ.


Мин һиңә ныҡ һәм ҡыйыу бул, тип бойорам. Ҡурҡма һәм рухыңды төшөрмә, сөнки Аллаң Раббы ҡайҙа ғына барһаң да һинең менән бергә булыр.


Улар шулай кәйефләнеп ултырғанда, ҡаланың аҙғын кешеләре, өйҙө уратып алып, ишек шаҡый башланы. Йорт хужаһына: – Һиңә килгән кешене сығар, беҙ уны татып ҡарайыҡ, – тип ҡысҡырҙылар.


Улар бергә ултырып ашанылар, эстеләр. Ҡайныһы тағы: – Бер төнгә ҡал, күңелең булғансы ял ит, – тип ҡыҫтаны.


Кейәү кеше йәриәһен һәм хеҙмәтсеһен алып ҡайтырға тип торҙо. Ҡайныһы уға: – Ана, көн кискә ауышты, ҡал, күңелең булғансы ял ит, иртәгә иртүк тороп юлға сығырһығыҙ, – тине.


Боғаз ашап-эсеп алғандан һуң, кәйефләнеп, иген эҫкерте төбөнә йоҡларға ятты. Рут, йәшерен генә уның эргәһенә килеп, Боғаздың өҫ ябыуын һирпеп асты ла уның аяҡ осона ятты.


Шунан ярандарына Дауытҡа сер итеп кенә: «Батша һине яҡын күрә, бөтә хеҙмәтселәр ҙә һине ярата. Батшаның кейәүе бул», – тип әйтергә бойорҙо.


Шаул Раббы менән ант итте: – Тере Раббы шаһит: бынан һиңә бер ниндәй ҙә зыян булмаҫ, – тине.


– Ҡурҡма! – тине уға батша. – Нимә күрәһең? – Ер аҫтынан күтәрелгән бер илаһи зат күрәм, – тип яуап бирҙе ҡатын.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ