Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 13:25 - Изге Яҙма

25 Әммә батша Авшаломға: – Юҡ, улым, һиңә мәшәҡәт һалып, беҙ күмәкләшеп барып йөрөмәбеҙ инде, – тип баш тартты. Авшалом бик үтенеп һораһа ла, батша фатихаһын биреп, бармай ҡалды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 13:25
9 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Авшалом батшаға килде лә: – Һинең ҡолоң һарыҡ йөнө ҡырҡырға кешеләр йыйҙы. Хеҙмәтселәре менән батша ла килһә ине, – тине.


– Бик булмаһа, беҙҙең менән ағайым Амнон барһын, – тине Авшалом. – Ниңә ул һинең менән барырға тейеш? – тип һораны батша.


Шунда Йоав батшаға ергә тиклем баш эйеп рәхмәт әйтте лә: – Хәҙер инде ҡолоң белә: мин бөгөн хакимым батшаның мәрхәмәтенә лайыҡ булдым, сөнки батша үҙенең ҡоло теләгәнсә эшләне, – тине.


Хужа хеҙмәтсеһенә: «Бар, ҡала ситендәге юлдарға, һуҡмаҡтарға сыҡ, кешеләрҙе бында килергә күндер, өйөм тулы булһын, – тип бойорған. –


шәкерттәре: – Кис яҡынлашып килә, тиҙҙән ҡараңғы төшә, беҙҙең менән ҡал, – тип Уны алып ҡалдылар. Ғайса улар менән бергә өйгә инде.


Үҙе һәм өйөндәге туғандары һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгәс, Лидиә: – Мине Раббыға инаныусы тип һанаһағыҙ, өйөмә килеп ҡунаҡ булығыҙ, – тип инәлде һәм ахырҙа беҙҙе күндерҙе.


Бына бер ваҡыт Бейт-Ләхәмдән Боғаз килеп, ураҡсыларҙы сәләмләне: – Раббы һеҙҙең менән булһын! Ураҡсылар уға: – Раббы һиңә фатихаһын бирһен, – тип яуапланы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ