23 Ике йылдан һуң Авшалом Әфраим ҡалаһы янындағы Бәғел-Хасорҙа һарыҡ йөнө ҡырҡыу байрамын үткәрҙе. Авшалом унда батшаның бөтә улдарын да саҡырҙы.
Лавандың һарыҡ йөнө ҡырҡырға киткән сағы ине. Рәхилә, атаһының юҡлығы менән файҙаланып, йортондағы илаһ һындарын үҙе менән алды.
Авшалом батшаға килде лә: – Һинең ҡолоң һарыҡ йөнө ҡырҡырға кешеләр йыйҙы. Хеҙмәтселәре менән батша ла килһә ине, – тине.
Ул бөгөн үгеҙ, һимертелгән башмаҡтар, бик күп ваҡ мал салып, батшаның барлыҡ улдарын, Әвйәҫәр ҡаһинды, ғәскәр башлығы Йоавты саҡырған, ә ҡолоң Сөләймәнгә әйтмәне.
Сөнки ул бөгөн ҡырға сығып бик күп үгеҙ, һимертелгән башмаҡ һәм ваҡ мал салды. Батшаның бөтә улдарын, ғәскәр башлыҡтарын, Әвйәҫәр ҡаһинды саҡырҙы. Әле барыһы ла уның янында ашап-эсеп ултыралар, «Йәшәһен Адонияһ батша!» – тип ҡысҡыралар.
Адонияһ Рогел инеше янындағы Зохәләҫ ташына килеп ваҡ мал, үгеҙ һәм һимертелгән башмаҡтар салды ла бөтә ағай-энеләрен, йәғни батша улдарын, батшаға хеҙмәт иткән барлыҡ Йәһүҙә кешеләрен саҡырҙы.
Моав батшаһы Мешағ малды бик күп аҫырай ине. Ул Исраил батшаһына яһаҡҡа йыл һайын йөҙ мең һарыҡ бәрәсе һәм йөҙ мең һарыҡ тәкәһенең йөнөн ебәрә торған булды.
Ул сүллектә манаралар төҙөтә, бихисап көтөүҙәре өсөн күпләп һыу соҡорҙары эшләтә. Ер эшенә күңеле ятҡанға күрә, Шефелала һәм тигеҙлектә игенселәре, тауҙарҙа һәм баҡсаларҙа йөҙөм үҫтереүселәре була.
Хасорҙа, Рамала, Гиттаимда,
Мағонда бер әҙәм бар ине. Биләмәһе Кармәлдә була торғайны. Үҙе бик бай: өс мең баш һарығы, мең баш кәзәһе бар. Ул осорҙа Кармәлдә һарыҡ йөнөн ҡырҡтыра ине.
Авигаил Навал янына ҡайтты. Ҡараһа, ул өйөндә батшаларға торошло табын ҡороп ултыра. Күңеле күтәренке, ныҡ иҫерек. Шуға күрә ҡатын иртәнсәккә тиклем уға бер нәмә лә өндәшмәне.
Сүлдә саҡта Дауыт Навалдың һарыҡ ҡырҡа башлағанын ишетте лә
Әле бына һарыҡ ҡырҡтыраһың, тип ишеттем. Көтөүселәрең беҙҙең менән булғанда, уларҙы рәнйетмәнек. Кармәлдә саҡтарында уларҙың бер нәмәһе лә юғалманы.