21 Дауыт батша, был хәл тураһында ишеткәс, бик ныҡ асыуланды.
Яҡуп улдары ла, хәлде ишетеп, утлауҙан ҡайтып инде. Улар асыуҙарынан ярһығайны, сөнки Шәхәмдең Яҡуптың ҡыҙын көсләүе – Исраилды хурлыҡҡа ҡалдырыу менән бер һәм быға юл ҡуйырға ярамай ине.
Ошо туҡталыш ваҡытында Рәүвән атаһының йәриәһе Билһа менән йоҡланы. Атаһы был турала ишетеп белде. Яҡуптың ун ике улы бар ине.
Мине һанға һуҡмағаның һәм хитти Урияһтың ҡатынын алғаның өсөн ҡылыс мәңге йортоң өҫтөндә эленеп торор».
Был байға асыуы тоҡанған Дауыт Наҫанға: – Тере Раббы шаһит! Бындай эш ҡылған кеше үлемгә лайыҡ!
Ағаһы Авшалом унан: – Һинең менән Амнон ағайың булдымы? – тип һораны ла: – Тыныслан, һеңлем, тауыш сығарма. Ул – һинең ағайың. Үтә ныҡ бөтөрөнмә, – тине. Шулай итеп, Тамар яңғыҙы ғына ағаһы Авшалом йортонда йәшәй башланы.
Авшалом иһә Амнонға яҡшынан да, ямандан да бер ни ҙә әйтмәне, әммә һеңлеһе Тамарҙы көсләгән өсөн Амнонға нәфрәте сикһеҙ ине.
Күҙҙәремдән йоҡо ҡасты, ултырамын Ҡыйыҡҡа ҡунған яңғыҙ ҡош һымаҡ.
Шулай булғас, ни өсөн торлағыма килтерергә бойорған ҡорбан һәм саҙаҡаларҙы һанға һуҡмайһығыҙ? Ни өсөн һин, улдарыңды Минән өҫтөн ҡуйып, халҡым Исраил килтергән бөтә ҡорбандарҙың иң яҡшы өлөшөн ашап һимереп ятаһың?»