19 Тамар, башына көл һибеп, өҫтөндәге кейемен йыртҡылап, башын тотоп ҡысҡырып илай-илай китеп барҙы.
Рәүвән боролоп соҡор янына килде, үрелеп ҡараһа – Йософ юҡ! Ҡайғыһынан ул кейемдәрен йыртҡысланы.
Быны ишеткәс, Дауыт ҡайғынан өҫтөндәге кейемен йыртып ташланы, уның эргәһендәге кешеләр ҙә шулай эшләне.
Өсөнсө көнөнә Шаул ғәскәре тупламынан бер кеше килде: кейеме йыртҡыланып бөткән, башына тупраҡ һибелгән.
Ағаһы Авшалом унан: – Һинең менән Амнон ағайың булдымы? – тип һораны ла: – Тыныслан, һеңлем, тауыш сығарма. Ул – һинең ағайың. Үтә ныҡ бөтөрөнмә, – тине. Шулай итеп, Тамар яңғыҙы ғына ағаһы Авшалом йортонда йәшәй башланы.
Мордехай был хаҡта белгәс, өҫтөндәге кейемен йыртып ташланы ла, тупаҫ туҡымаға төрөнөп, башына көл һибеп, ҡысҡырып илай-илай ҡала урамдары буйлап китте.
Улар Әйүпте алыҫтан уҡ абайлаһалар ҙа, башта таный алманылар. Унан һуң, ҡысҡырып илай-илай, сапандарын йыртҡыланылар, баштарына тупраҡ һиптеләр.
Шуға күрә әйткән һүҙҙәремдән кире ҡайтам, Көл-туҙан өҫтөндә ултырған килеш тәүбә итәм».
Ҡулдарың менән башыңды аймап, Унан да сығырһың, сөнки Раббы Һин өмөт бағлағандарҙан ваз кисте, Улар менән уңыш ҡаҙана алмаҫһың».
Йушағ кейемдәрен йыртып ырғытты һәм Раббының һандығы алдында йөҙтүбән ергә ҡапланып кискә тиклем ятты. Исраил аҡһаҡалдары ла шулай эшләне, баштарына туҙан һипте.
Бинйәмин ырыуынан бер кеше, һуғыш яланынан ҡасып, шул көндө үк Шилоға барып етте. Кейеме йыртылған, башына тупраҡ һибелгән ине.