8 Һиңә хакимыңдың һарайын бирҙем, ҡатындарын ҡуйыныңа ятҡырып, Исраил менән Йәһүҙә батшалығын ҡулыңа тапшырҙым. Әгәр ҙә һиңә был да аҙ булһа, тағы ла өҫтәп бирер инем.
Раббы былай ти: «Бәхетһеҙлекте Мин һиңә үҙ йортоңдан бирәм. Күҙ алдыңда ҡатындарыңды тартып алып, үҙеңдең яҡын кешеңә тапшырырмын. Ул һинең ҡатындарың менән көпә-көндөҙ ятып йоҡлар.
Байҙың ваҡ малы ла, эре малы ла бик күп булған.
Йәһүҙә халҡы Хевронға килеп, Дауытты Йәһүҙә ырыуына батша итеп мәсехләне. Шул ваҡыт Дауытҡа, Ғилғәд Явешы ҡалаһы халҡы Шаулды ерләгән, тигән хәбәр килтерҙеләр.
Хевронда ете йыл да алты ай Йәһүҙәгә батшалыҡ итте, Йәрүсәлимдә бөтә Исраил менән Йәһүҙәгә утыҙ өс йыл батша булып торҙо.
Был да әле Һиңә аҙ тойолдо, Раббы Хакимым; Һин ҡолоңдоң йортоноң киләсәге хаҡында ла хәбәрҙар иттең. Бөтә кешеләр менән дә Һин шулай мөғәләмә итәһеңме, Раббы Хакимым?
Дауыт уға былай тине: – Ҡурҡма, атайың Йонаҫан хаҡына мин һине мәрхәмәтемдән айырмам, ҡартатайың Шаулдың бөтә баҫыуҙарын һиңә ҡайтарып бирәм. Үҙең иһә һәр ваҡыт минең менән бер өҫтәлдән ашап-эсерһең.
– Нишләп Адонияһҡа Шунем ҡыҙы Авишагты һорайһың? – тине Сөләймән әсәһенә. – Һин уға батшалыҡты ла һора. Ул бит миңә ағай. Әвйәҫәр ҡаһин менән Серуяһ улы Йоав та уның яҡлы.
Мөхәббәт менән тоғролоҡ осрашасаҡ, Хаҡлыҡ менән именлек үбешәсәк.
Йәлләмәйенсә, Үҙ Улын бөтәбеҙ өсөн үлемгә биргән Алла Уның менән бергә башҡа нәмәләрҙе беҙгә лә бүләк итмәҫме?
Ни өсөн Раббының бойороғон тыңламаның, яумалдарҙы алып ҡалып, Раббы күҙендә яман булған эш ҡылдың?