23 Хәҙер инде, бала вафат булғас, ниңә ураҙа тоторға? Мин уны кире ҡайтара аламмы ни? Мин уның янына китәсәкмен, ә ул миңә кире ҡайтмаясаҡ.
Улдары һәм ҡыҙҙары килеп Яҡупты йыуатырға тырышты, әммә ул тынысланырға теләмәне. – Ҡара ҡайғы менән улым янына, гүргә төшәм мин! – тип бер туҡтауһыҙ иланы ла иланы.
– Инде мин һәр кемде көткән юлға китермен. Ә һин, улым, ныҡ бул, һәр саҡ ир булып ҡал.
Ҡайтып булмаҫ ергә киткәнемә тиклем, Ҡараңғылыҡ, үлем шәүләһе иленә,
Беләм, һин мине үлемгә – Бөтөн тереләргә тәғәйен булған һуңғы йортҡа илтәһең.
Ғайса уға: – Хаҡ һүҙ әйтәм: һин бөгөн үк Минең менән бергә ожмахта булырһың, – тине.