22 Дауыт яуап бирҙе: – Бала иҫән саҡта ураҙа тотоп, илауымдың сәбәбе шул: бәлки, Раббы миңә шәфҡәт ҡылыр ҙа бала иҫән ҡалыр, тип уйлағайным.
Хеҙмәтселәре унан: – Ниңә улай эшләйһең? Балаң иҫән саҡта ураҙа тоттоң, иланың, балаң үлгәс, торҙоң да ашап алдың, – тинеләр.
– Йә Раббы! Һин хуш күргән ғәмәлдәр ҡылып, тоғролоҡ менән, ысын күңелдән Һинең юлыңдан йөрөгәнемде иҫеңә төшөрһәң ине, – тип әсенеп-әсенеп иланы.
– Бар, Хизкияһҡа әйт: «Атайың Дауыттың Аллаһы Раббы былай ти: „Доғаңды ишеттем, күҙ йәштәреңде күрҙем. Ҡара, Мин ғүмереңде ун биш йылға оҙайтам.
Изге ураҙа иғлан итегеҙ, йыйын саҡырығыҙ! Аҡһаҡалдарҙы һәм илдә йәшәүселәрҙең барыһын Аллағыҙ Раббының йортона йыйығыҙ, Раббыға ялбарығыҙ.
Кем белә, бәлки, һеҙҙе йәлләр ҙә ниәтенән кире ҡайтыр, Артынса бәрәкәт бирер, Ул саҡта Аллағыҙ Раббыға икмәк саҙаҡалары, Түкмә ҡорбандар килтерерһегеҙ.
Яуызлыҡты кире ҡағып, яҡшылыҡты үҙ итегеҙ, Ҡала ҡапҡаһы янында хаҡ хөкөмдө тергеҙегеҙ, Бәлки, шул саҡ Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, Йософ нәҫеленең иҫән ҡалғандарын аяр.
Карап башлығы уның янына килеп: – Нишләп йоҡлап ятаһың, тор, үҙ аллаңа ялбар! Бәлки, Ул хәлебеҙгә инер ҙә беҙ харап булмабыҙ, – тине.